– Беҙҙә яҡшы традиция барлыҡҡа килде: йыл һайын форумда мотлаҡ яңы объекттар асабыҙ, яңы төҙөлөштәргә старт бирәбеҙ. Бөгөн дә ике күңелле ваҡиға күҙәтелә. Беҙ энергетика предприятиелары етәкселәренә бик рәхмәтлебеҙ, – тине Радий ХәбировБлаговещен районындағы 110 кВ-лы “Юлдаш” яңы подстанцияһы көнкүреш һәм сәнәғәт ҡулланыусыларын электр энергияһы менән тәьмин итәсәк, шулай уҡ муниципалитетты энергия менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын арттырасаҡ. “Башкирэнерго” компанияһы (“Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенә инә) уның төҙөлөшөнә 372,5 миллион һум күләмендә аҡса инвестициялаған. “Юлдаш” һанлы подстанцияларҙың яңы быуынына ҡарай. Уларҙы файҙаланыу өсөн эргәлә кешенең даими булыуы талап ителмәй. Уның менән телемеханика саралары ярҙамында дистанцион идара итәләр.Благовещен районы хакимиәте башлығы Анна Карабанова республика етәкселегенә һәм “Башкирэнерго” компанияһына мөһим энергетика объектын сафҡа индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе. – Яңы подстанция асыу – Благов