Ни өсөндөр гонаһынан ҡурҡмай кешеләр төрлө сихыр менән шөғөлләнеүен туҡтамай. Интернетты асһаң да сихырҙың – ниндәйе генә юҡ, барыһына ла өйрәтәләр. Ярай, йәш ҡыҙҙар егет ҡаратам тип хыялланһа. Аңлайым – йәшлек йүләрлеге. Үткән яҙ тупһамда берсә энә, берсә тупраҡ эҙҙәре, аңлайышһыҙ йөн – сәстәр таба башланым. Тәүҙә иғтибар итмәнем. Тик инә торған ерҙәге балаҫ аҫтынан төйөнсөкләнгән ҡара еп табып алғас, йәнем көйҙө. Кемдер юрамал эшләгәне аңлашыла бит инде. Оҙаҡ аптырана торған кеше түгелмен. Төрлө ҡурҡыныс йылан һүрәттәрен, аңлашылмаған тамғаларҙы ҡаты ҡағыҙға баҫтырып алдым да, тупһаның эргәһенә матур итеп йәбештереп ҡуйҙым. Үҙемдең ҡараған һайын, әй көлкөм килә! Ирем: “Һинең ҡыйыҡ китә башланымы әллә, бисәкәй?”-тип аптырап ҡуйҙы. “Сихырсы тотам”,-тейем уға эре генә. Ирем ҡатындарҙың һүҙ бутҡаһын, ғәйбәтен яратмай: һорашманы ла, ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы. Һөҙөмтәһен оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Бер көн күршем килеп инде. Иллене үткән ҡатын ул. Сәй эсергә саҡырһам – ултырмай. “Асыҡтан асыҡ һ