Найти в Дзене

Элек килергә лә ҡурҡҡандар...

2022 йылда Ишембай ҡалаһының Александр Матросов исемендәге паркын реконструкциялау проекты Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар конкурсында еңеп сыҡты. Шул ваҡыттан алып ул төҙөкләндерелә башлай. Бының өсөн “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса федераль аҡса йәлеп ителде. Парк иҫке, уға 1946 йылда нигеҙ һалынған. Ул оҙаҡ ваҡыт ташландыҡ хәлдә булған, шуға кешеләр бында килергә ҡурҡҡан. 2023 йылда Ишембайҙа Матросов исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү башланды. Яңы концепция ҡала халҡының теләктәренән сығып әҙерләнде. Мәҫәлән, өлкән йәштәге Ишембай халҡы паркты ял итеү өсөн күләгәле тыныс урын булараҡ хәтерләй. Шул рәүешле тыныс ял өсөн маршрут барлыҡҡа килде. Шулай уҡ яңыртылған проектта айырым спорт зонаһы, йәштәрҙең скейт-майҙансығы менән әүҙем ял итеү һәм стритбол уйнау өсөн зона, уйын ҡорамалдары менән балалар маршруты һәм Ишембайҙың тарихына бәйл

2022 йылда Ишембай ҡалаһының Александр Матросов исемендәге паркын реконструкциялау проекты Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар конкурсында еңеп сыҡты. Шул ваҡыттан алып ул төҙөкләндерелә башлай. Бының өсөн “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса федераль аҡса йәлеп ителде. Парк иҫке, уға 1946 йылда нигеҙ һалынған. Ул оҙаҡ ваҡыт ташландыҡ хәлдә булған, шуға кешеләр бында килергә ҡурҡҡан. 2023 йылда Ишембайҙа Матросов исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү башланды. Яңы концепция ҡала халҡының теләктәренән сығып әҙерләнде. Мәҫәлән, өлкән йәштәге Ишембай халҡы паркты ял итеү өсөн күләгәле тыныс урын булараҡ хәтерләй. Шул рәүешле тыныс ял өсөн маршрут барлыҡҡа килде. Шулай уҡ яңыртылған проектта айырым спорт зонаһы, йәштәрҙең скейт-майҙансығы менән әүҙем ял итеү һәм стритбол уйнау өсөн зона, уйын ҡорамалдары менән балалар маршруты һәм Ишембайҙың тарихына бәйле объекттар булған мәҙәни-мәғариф маршруты бар. Ошонда уҡ сығыштар һәм ҙур булмаған концерттар өсөн сәхнә ҡуйылды. Төҙөкләндереү “3 туҫтаҡ” фонтаны зонаһына ла ҡағылды. Хәҙер был төрлө йәштәге һәм ҡыҙыҡһынған кешеләр өсөн булдырылған заманса, уңайлы һәм хәүефһеҙ йәмәғәт киңлеге. Һуңғы биш йылда Башҡортостанда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ярҙамында барлыҡ муниципаль берәмектәрҙә 683 биләмә төҙөкләндерелгән, быйыл тағы ла 123-ө тәртипкә килтереләсәк. 32 муниципалитеттағы 43 объектта эштәр тамамланған да инде. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ишембай районы хакимиәте.