Башҡортостанда баланы реабилитациялау өсөн сертификатты “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша алырға мөмкин. Унда өс төбәк хеҙмәте ҡушылды, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Хәҙер республикала йәшәүселәр I төркөм инвалидтарҙы реабилитациялау өсөн техник сараларҙы алыуға, инвалид баланы реабилитациялауға һәм уны ҡарауға сертификаттарҙы онлайн рәүештә рәсмиләштерә ала. – Дәүләт хеҙмәттәрен электрон форматҡа күсереү һәм уларҙан һәр кем файҙалана алыуын тәьмин итеү – төп маҡсаттарыбыҙ. Хеҙмәттәрҙән онлайн рәүештә, өйҙән сыҡмайынса файҙаланыу, ғариза биреү генә түгел, күҙәтә алыу мөмкинлеге лә бар. Был бигерәк тә ауыр хәлдә булған ғаиләләр өсөн мөһим, – тип белдерҙе дәүләт идара итеүенең һанлы үҫеше министры вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин. Ғаризаны биреү процессы ябайлаштырылған: граждандарҙан төбәк-ара электрон эш итеү системаһы аша алып булмаған документтарҙы һәм мәғлүмәттәрҙе һорайҙар. – Ғаиләләр араһында ата-әсәләргә балаларҙы тормошҡа яраҡлаштырыуҙа, реабил