Махсус операциялағы һалдаттарға һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Өфөнән Зөлфиә Мостафина - һалдаттар тураһында хәстәрлек күргән изге йөрәкле замандаштарыбыҙҙың береһе. Ҡарап тороуға ябай ғына һымаҡ уның тормош юлы. Өфө ҡыҙы аграр университетты тамамлай. Декрет ялында бала менән ултырғанда мәшғүллек үҙәге аша парикмахер һөнәрен үҙләштерә. Яйлап үҙенең бөҙрәханаһын асыуға өлгәшә. Аҡса эшләү генә булмай уның маҡсаты. Бер үк ваҡытта ул изгелек саралары тураһында ла онотмай. Балалар приюты тәрбиәләнеүселәренең, коррекция үҙәгендәге инвалид балаларҙың сәстәрен киҫә. 2022 йылда ҡала хакимиәтенән шылтыратып, махсус хәрби операциялағы һалдаттарҙың сәсен киҫергә барырға тәҡдим итәләр, быға Зөлфиә шунда уҡ риза була. Бер барғанында ул ал-ял белмәй 210 яугирҙең сәсен ҡырҡа. -Ҡулдарым талыр, арырмын тип уйлағайным тәүҙә. Ләкин яугирҙәргә ярҙам итә алыуыма үҙем дә шатланып, арығанымды ла тоймай эшләнем, - ти Зөлфиә. Быйыл йәй йәнә изге сәфәрҙә йөрөп ҡайтҡан. Был юлы Өфө ҡалаһының Эшҡыуа