Һәр ауылдың үҙенә генә хас йолалары, тарихы бар. Ҡариҙел районының Яҡуп ауылы тирә-яҡта таш мәсете булыуы менән билдәле. Туймөхәммәт әүлиә төҙөгән был мәсетте күрергә төрлө яҡтарҙан киләләр. 350-400 элек һалынған мәсеттең таштарынан мавзолей һымаҡ иҫтәлекле ҡомартҡы итеп эшләгәндәр. Эргәһенә шулай уҡ таштан яңыһы һалынған. Уға Туймөхәммәт әүлиә исеме бирелгән. Хаҡлы ялдағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Хәйҙәрова таш мәсеткә ҡағылышлы бәйле легенданы һөйләп ишеттерҙе. –350-400 йыл элек беҙҙең яҡтарға Туймөхәммәт исемле әүлиә килеп сыға. Был урындарҙы оҡшата. Ошо ерҙә ул таштан мәсет төҙөргә ҡарар итә. Эргәлә генә Байҡы йылғаһы аға. Элек ир-егеттәр оҙонораҡ күлдәк кейгән, эшләгән саҡта алъяпҡыс та япҡан. Әүлиә йылға аша сығып, икенсе ярынан итәгенә һалып мәсет төҙөү өсөн таш ташый. Олоғайһа ла, дүрт мөйөшлө итеп иман йортон төҙөй башлай. Стеналарын яҡынса 1,5 метр бейеклеккә күтәргәс, ул мәрхүм була. Уның ҡәберен мәсет эргәһенә генә ҡаҙыйҙар. Йыназа уҡығанда ауылға Бөрлө