“Миңә 67 йәш. Япа-яңғыҙмын. Дөрөҫөрәге бер улым бар, тик ул минән ныҡ алыҫта, сит илдә төпләнде. Уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Был хатты яңғыҙлыҡтан ни эшләргә белмәгәнлектән яҙам. “И-и-их...” тип уйланған саҡтарым да да етерлек. Барыһын да баштан һөйләйем әле. Тормош иптәшем менән студент саҡта танышып, һуңғы курста өйләнештек. Ул бик әүҙем егет ине, студенттар профсоюзында лидер булып йөрөнө. Эшкә йүнәлтмә алыу мәле еткәс, атай-әсәй олоғайҙы, яҡыныраҡ булайыҡ тип, комиссия менән һөйләшеп, икебеҙгә лә үҙҙәренең район үҙәгенә йүнәлтмә алды. Ә асылда Өфөлә лә ҡала ала инек, теләһә, уны ҡалдырырҙар ине. Ҡайтып төштөк район үҙәгенә. Минең өсөн бөтөнләй ят төбәк. Бер кемде белмәйем. Бер йылдан улыбыҙ тыуҙы. Ул саҡта әлеге кеүек оҙон-оҙаҡ декрет ялында ултырып булмай ине, етмәһә, урыныңа кеше алмайбыҙ, тигәстәр эшкә сыҡтым. Баланы күрше ауылдағы ҡәйнәм менән ҡайным ҡарашты, унан инде балалар баҡсаһына бирҙек. Район үҙәгендәге мәктәптә уҡытыу ике сменала ине. Дәрестәребеҙ икенсе см