2024 йылдың 23 сентябренән 13 октябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының урман фонды биләмәһендә “Урман” ведомство-ара оператив-иҫкәртеү операцияһы уҙғарылған. Уның маҡсаты - урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыуға юл ҡуймау һәм ғәйеплеләрҙе асыҡлау. Был сара "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ла ойошторолған. – Операция барышында дөйөм 2 мең кубометрҙан ашыу ағас ташыған 238 берәмек автотранспорт техникаһы тикшерелде. Урман ҡануниәте талаптарын боҙған дүрт автотранспорт сараһы тотолған. Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыуҙың 26 осрағы асыҡланған, шул иҫәптән уны боҙған өсөн 17 осраҡта енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Законһыҙ ҡырҡылған ағастың дөйөм күләме 800 кубометрҙан ашыу тәшкил итте, – тип билдәләне БР урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садыҡов. Оператив-иҫкәртеү саралары Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының территориаль бүлексәләре, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идарал