“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡалтасы районының Ҡалмаш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул күрше Сәүәләшбаш һәм Яңы Туҡран ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерәсәк. Ҡалмаштар өсөн ауылда медицина учреждениеһының асылыуы ҙур ваҡиға. Бында 38 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға арнаған фельдшер Римма Минилбаева эшләй. – Был ҙур эште атҡарып сыҡҡан һәр кемгә рәхмәт әйткем килә, – ти Римма Минилбаева. – Яңы бинала йылы, яҡты. Бөтә тейешле ҡорамалдар бар. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тырышасаҡбыҙ. Фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Процедуралар үткәреү өсөн уңайлы кабинеттар булдырылған. Тимәк, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Ҡалтасы районы биләмәһендә ете модулле пункт һәм өс стационар фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән дә инде. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында