Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иҫ киткес матур итеп шиғыр һөйләгән ошо апайҙы беләһегеҙме?

Социаль селтәрҙәрҙә ошо видеояҙма таралғас, күптәр шул тиклем матур итеп шиғыр һөйләгән ошо апайҙың кем булыуын белгеһе килгәндер. Таныштырабыҙ: Мәҙинә апай Туйсина - Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан. "Мәҙинә еңгәй - Сыңғыҙ мәсете имам-хатибы Туйсин Әкрәм Рысҡужа улының хәләл ефете, яҙыусы Әхмәр Үтәбайҙың бер туған апаһы. Ауылда ағинәйҙәр фольклор ансамблендә йөрөй, күп шиғыр һөйләүселәр конкурсы еңеүсеһе", - тип таныштырҙы уның менән билдәле музыкант, йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин. Был видеояҙма Туйсиндар үткәргән аят ашында төшөрөлгән. "Беҙҙең өйҙә аят ашы булды, аҙағында минең йырлауымды һоранылар, шунан мин "ат"ты Мәҙинә еңгәйгә туғарҙым", - ти Рәмил Париж улы. Мәҙинә Ғүмәр ҡыҙы бөтә ғүмерен урындағы хужалыҡта - Ленин исемендәге колхозда намыҫлы эшләп үткәргән. Бала саҡтан әҙәбиәткә, нәфис һүҙгә һөйөүе көслө була. Ул төрлө шиғыр бәйгеләрендә даими ҡатнашып, урындар яулап тора. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә шағир Рәйес Түләктең тыуыуына 65 йыл тулыуға

Социаль селтәрҙәрҙә ошо видеояҙма таралғас, күптәр шул тиклем матур итеп шиғыр һөйләгән ошо апайҙың кем булыуын белгеһе килгәндер. Таныштырабыҙ: Мәҙинә апай Туйсина - Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан. "Мәҙинә еңгәй - Сыңғыҙ мәсете имам-хатибы Туйсин Әкрәм Рысҡужа улының хәләл ефете, яҙыусы Әхмәр Үтәбайҙың бер туған апаһы. Ауылда ағинәйҙәр фольклор ансамблендә йөрөй, күп шиғыр һөйләүселәр конкурсы еңеүсеһе", - тип таныштырҙы уның менән билдәле музыкант, йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин. Был видеояҙма Туйсиндар үткәргән аят ашында төшөрөлгән. "Беҙҙең өйҙә аят ашы булды, аҙағында минең йырлауымды һоранылар, шунан мин "ат"ты Мәҙинә еңгәйгә туғарҙым", - ти Рәмил Париж улы. Мәҙинә Ғүмәр ҡыҙы бөтә ғүмерен урындағы хужалыҡта - Ленин исемендәге колхозда намыҫлы эшләп үткәргән. Бала саҡтан әҙәбиәткә, нәфис һүҙгә һөйөүе көслө була. Ул төрлө шиғыр бәйгеләрендә даими ҡатнашып, урындар яулап тора. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә шағир Рәйес Түләктең тыуыуына 65 йыл тулыуға арнап Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы үткәргән видеоконкурста Мәҙинә Ғүмәр ҡыҙы, "Оран" шиғырын ятлап, I урын яулаған. Фото: видеонан скриншот.