Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Айзилә Буранова Красноярск крайында уҙған “Мисс Азия – Себер” маһирлыҡ һәм матурлыҡ конкурсында Гран-при яуланы. Төбәк-ара конкурста рус, немец, поляк, башҡорт, татар, бүрәт, пакистан, мари, сыуаш, әрмән, хакас, үзбәк ҡыҙҙары ҡатнашҡан. Һәр береһе үҙен генә түгел, ә туған халҡының мәҙәниәтен танытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Ҡыҙҙар милли туй йолалары тураһында һөйләгән, йырлаған, бейегән, ғаилә йолалары тураһында видеояҙма әҙерләп алып барған. – Беренсе турҙа ҡолаҡ тешләтеү, йәш киленде яҫтыҡҡа баҫтырыу һәм бал-май ҡаптырыу тураһында һөйләнем. Икенсе турҙа композитор Юлай Үҙәнбаевтың “Һаҡмар һылыуы” көйөнә бейенем. Өсөнсө һынауҙа башҡорт шәле тураһында һөйләнем, сөнки бәләкәйҙән өләсәйем менән әсәйемдең шәл бәйләгәнен күреп үҫкәс, был шөғөл күңелемә яҡын, – тине һылыуҡай. Айзилә башҡорт филологияһы факультетында IV курста уҡый. Шул уҡ ваҡытта моделдәр агентлығында шөғөлләнә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ад