Найти в Дзене

Өс ир кәмәлә түңкәрелгән

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, төндә Ағиҙел ҡалаһы янындағы Ағиҙел йылғаһында өс ир-егет менән кәмә түңкәрелгән. “Ваҡиға тураһына мәғлүмәт 112 телефон номерына килгән. Кәмәлә булғандарҙың береһе үҙаллы сығып, ошо хәл тураһында ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр итә алған. Тағы ла ике кешенең ҡайҙа булыуы билдәһеҙ. Уларҙы эҙләү өсөн урынға Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һәм водолаздар ебәрелде”, – тине Кирилл Первов. Зыян күргән ирҙе урындағы дауаханаға оҙатҡандар. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Фото: Телеграм.