Найти в Дзене

Итегеҙ бармы, картуфығыҙ етәме?

Республикала көҙгө йәрминкәлар башланды. Уларҙың береһе Өфө ҡалаһының Калинин районындағы Машина эшләүселәр һәм Интернациональ урам киҫешкән урындағы майҙансыҡта бара. Республиканың Иглин, Ҡариҙел, Бөрө, Дәүләкән, Өфө райондарынан ауыл эшсәндәре үҙҙәре етештергән тауарҙарҙы, йәшелсә һәм май, бал һата. Баҡылы районында ла халыҡ йәрминкәгә сыҡҡан. – Көҙгө йәрминкәләр – район халҡы өсөн кәрәкле тауар һатып алыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Бөгөн йәрминкәлә тауарҙарҙың ҙур ассортименты тәҡдим ителде. Һауа торошо һалҡын тороуға ҡарамаҫтан, баҡалылар ит, йәшелсә, бал, иген һәм башҡа әйбер һатып ала. Һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт, – тип социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефимов. Фотолар сығанағы: https://t.me/EfimovOA/1671, https://t.me/AkhmedyanovGG/3685