Конкурста ҡатнашыуға Рәсәй һәм сит илдәрҙең урта һәм юғары белем биреү художестволы белем биреү ойошмалары студенттары һәм уны тамамлаусылар, шулай уҡ 18-35 йәшлек бойондороҡһоҙ Рәсәй һәм сит ил рәссамдары саҡырыла. Конкурсты үткәреү башланғысы менән «Иннопрактика» компанияһы сыҡты. Конкурс «Меган» ижади индустрия академияһы булышлығында Третьяков дәүләт галереяһы, Илья Репин исемендәге Санкт-Петербург художество академияһы менән берлектә уҙғарыла. Проектты «Газпромбанк» финанслай. Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 2025 йылдың 1 мартына тиклем ҡабул ителә. «Донъя картинаһы» халыҡ-ара йәш рәссамдар конкурсы 18-35 йәшлек рәссамдарға ярҙам итеү һәм уларҙы социаль әһәмиәтле темаға әҫәрҙәр ижад итеүгә йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла. Конкурстың тағы ла бер маҡсаты - мәҙәни алмашыу өсөн яңы импульс эҙләү һәм сәнғәт аша традицион ҡиммәттәрҙе күрһәтеү. Бынан алдараҡ Рәсәй Федерацияһы Президентының Йәмәғәтселек проекттары буйынса идаралығы начальнигы Сергей Новиков конкурс башланыуы тураһында хәбәр