Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Егеттәрҙе әрмегә оҙатҡанда ниндәй йола башҡаралар?

Әбйәлил районы Күсем ауылында егеттәрҙе һалдатҡа оҙатҡан саҡта бик матур бер йола башҡарыла икән. Был хаҡта Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, талантлы шағирә Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә. "Беҙҙең ауылда яҙлы-көҙлө егеттәр армияға алынған мәлдә үҙҙәренең улдары киләсәктә армияға барасаҡ, йә улдары хәрби хеҙмәттә булған әсәйҙәр-атайҙар, үҙҙәре һалдат итеген кейгән ир-егеттәр, ғөмүмән, ауылдың битараф булмаған күпселегенә һалдат оҙатыу - яуаплы ла, бер аҙ һағышлы ла мәл, әммә бурысы, тип ҡабул итә. Бер нисә этап булып киткән был традиция тәүҙә клубта үткәрелә, артабан өйҙә табын йыйыла, ҡорбан да салына, көнө еткәс, урам буйлап йәйәүләп ауыл осона тиклем оҙатып барыла. Ауыл осонда үҫкән ҡайынға менеп яулыҡ бәйләп төшөү ҙә егеттәрҙең үҙҙәре индереп ебәргән традицияһы. Атап әйткәндә, күрше Наил ҡусты башлап бәйләгәндән һуң, ул ҡайын нисәмә егетте армияға оҙатып бөтәһен дә, шөкөр, имен-һау ҡаршы алды. Бөгөн Наил ҡустынан яулыҡ бәйләү к

Әбйәлил районы Күсем ауылында егеттәрҙе һалдатҡа оҙатҡан саҡта бик матур бер йола башҡарыла икән. Был хаҡта Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, талантлы шағирә Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә. "Беҙҙең ауылда яҙлы-көҙлө егеттәр армияға алынған мәлдә үҙҙәренең улдары киләсәктә армияға барасаҡ, йә улдары хәрби хеҙмәттә булған әсәйҙәр-атайҙар, үҙҙәре һалдат итеген кейгән ир-егеттәр, ғөмүмән, ауылдың битараф булмаған күпселегенә һалдат оҙатыу - яуаплы ла, бер аҙ һағышлы ла мәл, әммә бурысы, тип ҡабул итә. Бер нисә этап булып киткән был традиция тәүҙә клубта үткәрелә, артабан өйҙә табын йыйыла, ҡорбан да салына, көнө еткәс, урам буйлап йәйәүләп ауыл осона тиклем оҙатып барыла. Ауыл осонда үҫкән ҡайынға менеп яулыҡ бәйләп төшөү ҙә егеттәрҙең үҙҙәре индереп ебәргән традицияһы. Атап әйткәндә, күрше Наил ҡусты башлап бәйләгәндән һуң, ул ҡайын нисәмә егетте армияға оҙатып бөтәһен дә, шөкөр, имен-һау ҡаршы алды. Бөгөн Наил ҡустынан яулыҡ бәйләү кемдең идеяһы икәнен белдем, баҡтиһәң, Ғәлиә һеңле Ғабдуллинаныҡы икән. Вәт, ошондай идеялы, шәп бит ул ауылдаштарым. Шуныһы ҡыҙыҡ, яңыраҡ улдарым менән шул турала һөйләшкәйнек. "Ул ҡайынға һалдат оҙатҡанда ғына иғтибар итәбеҙ, шикелле, башҡа ваҡытта көн дә эргәһенән үтеп-сүтеп йөрөгәндә онотолоп тора" тиһәм, бөгөн апайҙар әйтә: "Юҡсы, һин әле улдарыңды оҙатмағанһың, шуға иғтибар итмәйһең, беҙ һәр үткән һайын ҡарап үтәбеҙ, яулыҡтарҙы һанап маташабыҙ". Яулыҡты бәйләп төшөп килеүсене аҫта ир-егеттәр тотоп алып һауаға сөйә, ошо рәүешле буласаҡ һалдатҡа көс-дәрт бирәләр. Ауыл осонда йыйылып, район үҙәге Асҡарға оҙатып ебәрә ауылдаштар, машиналарға тейәлешеп артабан да бара байтағы. Ошо рәүешле һалдат күңелен бөтәйтеп, рухын нығытып ебәрә ауылдаштар. Ололар үҙҙәренсә, йәштәр үҙҙәренсә, һалдат булған егеттәр үҙҙәренсә рухи көс бирә йәш егеттәргә. Уны мин тел менән һөйләп, яҙып аңлата алмайым, ә тоям һәм бөтәһе лә тоя, шул тойғо йылылыҡ та бирә, күңелде лә нығыта. Ике көн элек Илсаф ҡусты Хафизовты оҙатһалар, бөгөн беҙҙең Тимербулат ҡустыбыҙҙы оҙатабыҙ.Икеһе лә имен-аман хеҙмәт итеп, яҡшы командирҙар тура килеп, ышаныслы дуҫтар табып, хәрби бурыстарын үтәп, туғандары, яҡындарының йылы мөхитенә әйләнеп ҡайтһын!" - тип яҙған ул. Ә һеҙҙең ауылдарҙа ниндәй йолалар бар? Егеттәрҙе әрмегә нисек оҙаталар? Ошо хаҡта фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. Фото һәм сығанаҡ: Зөлфирә Ҡарағужина.