24 октябрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, статс-секретарь – Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары, “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева һәм Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” III Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәне ҡараны. Экспозициялар майҙансығында Рәсәй предприятиелары һәм ойошмалары һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау һәм социалләштереү буйынса төрлө проекттар тәҡдим иткәйне һәм продукция ҡуйғайны. Күргәҙмә ҡунаҡтары “Башҡортостандың ышаныслы тылы” һәм “Беҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ. Башҡортостан” ирекмәндәр ойошмалаыр эше менән танышты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ирекмәндәр ойошмаларында эшләүселәрҙең һәр әйбергә күңелен, йөрәк йылыһын һалыуы тураһында әйтте. Статс-секретарь – Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары, “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева Тыуған илде һаҡлаусыларға ярҙам итеүҙең яуаплы икәнлеге тураһында бел
Күргәҙмәлә ветерандарҙы реабилитациялау саралары менән таныштырҙылар
24 октября 202424 окт 2024
~1 мин