Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Учалы районында һыйыр урлаусылар тотолған

Көҙ етте, ауылда йәшәүселәрҙең малдарын урлаусылар ҙа күбәйҙе. Күптән түгел ат ҡараҡтары тотолһа, әле Учалы районында һыйыр бурҙары ҡулға алынған. Учалы районында Силәбе өлкәһенән бер туған өс ир һыйырҙарҙы урлап, уларҙы һатырға маташҡан. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы Ҡарт Муйнаҡ ауылы янында малды "ГАЗель" машинаһына тейәгәндә тота. Ирҙәрҙең береһе алдан Башҡортостанға килеп, ирекле йөрөгән малдарҙы аңдып йөрөгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, иң өлкәндәре ошоға тиклем биш баш малды урлаған. Ғәйепләнеүселәргә ҡарата "урлашырға маташыу" һәм "урлау" статьялары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Малдар хужаларына ҡайтарылған, ә автомобиль махсус туҡталҡаға ҡуйылған. Мал хужаларына иғтибарлы булыу талап ителә. Ҡырҙа ҡайтмай ҡалған малығыҙҙы шунда уҡ эҙләгеҙ, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Фото: "Башинформ"