Өфө ҡалаһында Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы Рәсәй Йәмәғәт палатаһының закон проекттарының йәмәғәт экспертизаһы һәм бүтән норматив акттар буйынса рәйесе урынбаҫары Александр Терновцов республикабыҙҙың башҡарма һәм муниципаль власть органдары янындағы йәмәғәт советының бай тәжрибәһе һәм киләсәктәге эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов билдәләүенсә, йәмәғәт палатаһы эш йүнәлешен ҡайтанан ҡарап сыҡҡан һәм эшмәкәрлеген ҡырҡа үҙгәрткән, хәҙер улар власть органдарындағы һәм муниципалитеттарҙағы йәмәғәт советтары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған, бәйләнештәрҙе күпкә нығытҡан. Бындай эш алымы үҙен аҡлаған. Иң мөһиме, йәмәғәт советтары йыш ҡына шәп идеялар менән сығыш яһаған, тормошто ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн ижтиһад һалыуҙары күренгән. – Һөйләшеүҙә йәмәғәт ағзаһының нимә әйтергә теләгәнен, уй-ниәттәрен беләсәкбеҙ, – тине Рәсәй Йәмәғәт палатаһының закон проекттарының йәмәғәт экспертизаһы һәм бүтән норматив акттар буйынса рәйес урынбаҫары Алекса