Бөгөн, 25 октябрҙә, Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында журналистика кафедраһы ойоштороуға 35 йыл тулыуға арналған сара үтте. “35 йыл мәғлүмәт тулҡынында” тип аталған кисә ошо кафедраны булдырыу эшенең инешендә торған хөрмәтле ветеран-уҡытыусыларҙы, уның үҫешенә тос өлөш индергән белгестәрҙе, төрлө йылдарҙа журналистика бүлеген тамамлаусыларҙы бергә йыйҙы. Иң тәүҙә медиа-лекторий булараҡ яңыртылған 425-се аудиторияны асыу тантанаһы үтте. ӨФТУ проректоры Илгиз Раян улы Ҡәҙерғолов менән БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Әсхәт улы Ғәзизов ҡыҙыл таҫманы тантаналы шарттарҙа киҫкәндән һуң ҡунаҡтар аудиторияға үтте. Заманса йыһазландырылған, яҡты аудиторияла студенттарға ижади, йылы мөхит булдырылған. Ҡаршы стенала легендар дикторҙар Юрий Левитан менән Әхәт Мортазиндың фотоһүрәте ҡаршы ала. Сарала сығыш яһаусылар кафедраның булдырылыу тарихы, үҫеш йылдары, бөгөнгөһө хаҡында һөйләне. – Был
Журналистар әҙерләгән кафедра 35 йыллығын билдәләне
25 октября 202425 окт 2024
2 мин