Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы үҫеше тикшерелде

25 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 14-се ултырышы эшендә ҡатнашты. Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованованың Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлеге йомғаҡтары һәм үҫеш перспективалары тураһындағы отчеты көн тәртибендәге төп мәсьәлә булды. Атап әйткәндә, төбәктең торлаҡ-коммуналь комплексына 18 меңдән ашыу күп фатирлы йорт, 1,6 мең ҡаҙанлыҡ, 4 мең километр йылылыҡ тәьминәте селтәре, 16 мең километр һыу тәьминәте, 4 мең километр канализация, шулай уҡ 517 үҙәк йылылыҡ пункты, 420 һыу алыу ҡоролмаһы, 77 таҙартыу ҡоролмаһы инә. Коммуналь инфраструктураның туҙыу кимәле – 54 процент. 2024 йылда 720 күп фатирлы йортта капиталь ремонт тамамлана. Өфөлә, Асҡын, Иглин, Шишмә һәм Стәрлебаш райондарында 39 күп фатирлы йорттоң 119 подъезы төҙөкләндерелгән. 2025 йылға 598 йортҡа капиталь ремонт үткәреләсәк. Коммуналь инфраструктураны яңыртыу төбәк программаһы арҡаһында 2023 йылдан

25 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 14-се ултырышы эшендә ҡатнашты. Республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованованың Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлеге йомғаҡтары һәм үҫеш перспективалары тураһындағы отчеты көн тәртибендәге төп мәсьәлә булды. Атап әйткәндә, төбәктең торлаҡ-коммуналь комплексына 18 меңдән ашыу күп фатирлы йорт, 1,6 мең ҡаҙанлыҡ, 4 мең километр йылылыҡ тәьминәте селтәре, 16 мең километр һыу тәьминәте, 4 мең километр канализация, шулай уҡ 517 үҙәк йылылыҡ пункты, 420 һыу алыу ҡоролмаһы, 77 таҙартыу ҡоролмаһы инә. Коммуналь инфраструктураның туҙыу кимәле – 54 процент. 2024 йылда 720 күп фатирлы йортта капиталь ремонт тамамлана. Өфөлә, Асҡын, Иглин, Шишмә һәм Стәрлебаш райондарында 39 күп фатирлы йорттоң 119 подъезы төҙөкләндерелгән. 2025 йылға 598 йортҡа капиталь ремонт үткәреләсәк. Коммуналь инфраструктураны яңыртыу төбәк программаһы арҡаһында 2023 йылдан алып 21 объектта реконструкция үткәрелгән. 2025 йылға Башҡортостан ошо йүнәлеш буйынса яңы федераль проектта ла ҡатнашырға ниәтләй. Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә 2024 йылда 33 муниципалитетта 143 ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән. 2025 йылға пландарҙа – 113 ихатаны тәртипкә килтереү. Республиканың барлыҡ муниципалитеттарында тышҡы яҡтыртыу системаларын яҡшыртыу өсөн 2024 йылда төбәк ҡаҙнаһынан 200 миллион һум йүнәлтелгән. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе һәм “Таҙа һыу” федераль проекты сиктәрендә йәлеп ителгән аҡса күләме буйынса илдә һигеҙенсе урынды биләй. 2024 йылда, мәҫәлән, Бөрө, Ҡыйғы, Кушнаренко, Туймазы, Шишмә райондарында һәм Өфөлә һыу менән тәьмин итеү объекттарын тәртипкә килтерәләр. Территорияларҙы үҫтереү фонды программалары буйынса 75,7 километр инженер селтәрҙәрен һәм 31 инфраструктура объектын файҙаланыуға тапшырыу һөҙөмтәһендә төбәктең 1,2 миллион кешеһе өсөн коммуналь хеҙмәттәр сифаты яҡшырған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан - Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында лидер. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 октябрҙә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала йылытыу миҙгеленең башланыуын “өслөгә” баһаланы һәм иҫкәрмәләрҙе тиҙ арала бөтөрөргә ҡушты. - Йылылыҡ буйынса ялыуҙар байтаҡ булды. Халыҡ ғәҙел рәүештә үпкәләне - һыуыҡ булды, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул саҡта төбәк етәксеһе. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.