Бынан ике йыл элек Башҡортостан сода компанияһы “Таҙа һауа” федераль проектына ҡушылды. Артабан да ошо проект сиктәрендә предприятие ҡала экологияһын яҡшыртыу өҫтөндә эшләргә йыйына. «Химия сәнәғәте компаниялары өсөн тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһау мәсьәләләре айырыуса көнүҙәк. Беҙ төбәктең экологик именлеге өсөн бөтә яуаплылыҡты аңлайбыҙ һәм тәбиғәт ресурстарын, экологик тигеҙлекте һаҡлау буйынса эш етештереү һәм финанс күрһәткестәре кеүек үк мөһим тип иҫәпләйбеҙ. Рәсәйҙең иң ҙур нефтехимия предприятиеһы булараҡ Башҡортостан сода компанияһының бурысы - тармаҡтың тәбиғәтте һаҡлау мөмкинлектәрен көсәйтеү һәм уның тәбиғәткә кире йоғонтоһон кәметеү. Был эштә сәнәғәт ташландыҡтары күләмен сикләүгә, предприятиеның санитар-һаҡлау зоналары сигендә атмосфера һауаһы торошона мониторинг үткәреүгә, тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыуға һәм һыу объекттарының торошон контролдә тотоуға, ҡалдыҡтар һанын кәметеүгә айырыуса иғтибар бүләбеҙ», - тип билдәләй ойошманың генераль директоры Эдуард Давыдов.