Махсус хәрби операция башланғас, ул ике тапҡыр хәрби комиссариатҡа барып, үҙен алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һорай, әммә тәҡдиме кире ҡағыла. Шулай ҙа ”Борода”, ныҡыша торғас, теләгенә ирешә. Егет армияла хеҙмәт иткән, юғары иҡтисади белем алған, өйләнгән, ул – бәхетле атай. 2022 йылдың сентябрендә, башҡа ир-егеттәргә кеүек, уға ла повестка килтерәләр. “Повестканы ҡулға алғас, өйҙә күҙ йәштәре башланды, әсәй илай, ҡатын да, туғандар ҙа борсола. Хәрби комиссариатҡа барғас, мине кире борҙолар. Икенсе тапҡыр барғанда ла шул уҡ хәл. Шулай бер йыл үтте. 2023 йылдың сентябрендә контракт төҙөнөм һәм махсус хәрби операция зонаһына киттем. Хәрби әҙерлек үттем. Иң ауыры яугир өсөн – өйҙән алыҫ булыу. Танкка ҡаршы ротала идара ителеүсе ракета операторы булып хеҙмәт итәм. Блиндаждарҙа йәшәйбеҙ. Хәрби бәрелештәрҙә уйланырға ваҡыт юҡ, һәр секунд – һалдат ғүмере һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы тигән һүҙ, –тип һөйләй “Борода”. – Етди яралар алғаным булманы, моғайын, олатайым мине һаҡлап йөрөтә торғандыр. Өс йәшемдән мине ял һайын ауылға ҡунаҡҡа оҙата торғайнылар. Ул ферма мөдире булып эшләне. Бик йомшаҡ күңелле, эшсән кеше ине. Бер ваҡытта ла тауыш күтәргәнен хәтерләмәйем. Уның менән үткәргән көндәрҙең ни тиклем ҡиммәт булыуын әле генә аңланым, уның кәңәштәре, ярҙамы, миндә ғәҙеллек, кешелеклек тәрбиәләүе баһалап бөткөһөҙ. Мине патриот итеп тәрбиәләне тип әйтә алам. Бәләкәй саҡта ни өсөн мине лагерға ебәрмәүҙәре, гел генә ауылға оҙатыуҙары өсөн үпкәләй торғайным, ә хәҙер килеп рәхмәт әйтәм. Ялға дүртенсе тапҡыр ҡайтам. Өйҙә йылы, тыныс. Ҡайтҡан һайын "көмөш ирекмәндәр" беҙҙе туғандары кеүек ҡаршылай. Уларҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Балалар яҙған хат юлдары аптырашта ҡалдыра, ҡыҙ һәм малайҙарҙың шундай аҡыллы фекерләй белеүенә һоҡланабыҙ. Хаттарҙы сумкамда һаҡлап йөрөтәм. Беҙҙең бурыс – тыныслыҡ урынлаштырыу. Пландар күп, эшләргә, балалар тәрбиәләргә. Барыһы ла еңеүҙән һуң”. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Контракт төҙөүсе хәрбиҙәр тәүге айҙа 1 720 000 һум күләмендә түләү аласаҡ. Өфө ҡалаһы контрактсылар өсөн бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙе 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла ошо уҡ күләмдә аҡса түләй. Тулыраҡ мәғлүмәтте 122, 8 800 550 5525 телефондары аша, шулай уҡ Башбат.рф сайтында алып була. Фото: https://gazetavibor.ru/news/novosti/2024-10-16/boets-s-pozyvnym-boroda-rasskazal-o-sluzhbe-3969537