Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иғландар сайты менән нисек хәүефһеҙ ҡулланырға?

Иғландар сайты ярҙамында тауарҙар һатыу/һатып алыу йәки яңы эш эҙләү бик уңайлы. Был турала мутлашыусылар ҙа яҡшы белә. Улар һәр ваҡыттағыса һеҙҙе алдап, аҡса эшләргә маташалар. Нисек уларҙың ҡармаҡтарына эләкмәҫкә? Иғланды уҡығанда түбәндәге моменттарға иғтибар итегеҙ: Һатыусының профиленә. Сайтта йыш ҡына иғлан биргән кешеләр үҙҙәренең профилен мөмкин тиклем күберәк тултыра. Шулай уҡ уларҙың рейтингы ла, баһалары ла бар. Шуныһы ла мөһим: бындай һатыусылар сайтта күптән теркәлгән була. Шул уҡ ваҡытта яңы теркәлгән һатыусыларҙың барыһы ла уғрылар тигәнде аңлатмай. Шулай ҙа һаҡ булығыҙ. Тауарҙы тасуирлау. Ысын һатыусы тауар тураһында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт бирәсәк. Әгәр ҙә тауар тураһында ҡыҫҡаса ғына яҙылған, фотолары юҡ йәки улар интернеттан алынған икән – һаҡ булығыҙ. Тауарҙың хаҡы. Ҡағиҙә булараҡ, тауарҙы һатыуға ҡуйғанда, кешеләр уны шундай уҡ иғландар нигеҙендә баһалай. Әлбиттә, ысын тауар бик арзан һатылған осраҡтар ҙа була. Шуға ҡарамаҫтан, әгәр һеҙ алырға теләгән тауырығыҙҙың хаҡы күпкә түбәнерәк булһа, айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Һатыусы үтә ныҡышмал. Һеҙ һатыусы менән бәйләнешкә ингәндә, “тауарҙы һатып алырға теләүселәр бик күп” тип һеҙҙе ҡабаландырһа, һаҡ булығыҙ. Шул уҡ ваҡытта ул һеҙҙең алдан түләүҙе иғлан сервисы аша түгел, ә уның картаһына күсереүегеҙҙе талап итә. Һаҡ булығыҙ, бындай алымды йыш ҡына мутлашыусылар ҡуллана. Тауарҙы ебәрмәҫ элек түләү. Әгәр һатыусы теләһә ниндәй һылтау менән заказ ебәрелгәнсе алдан түләүҙе, курьерға түләүҙе иғлан сервисы аша түгел, ә картаға күсереүҙе һорай икән, ул мутлашыусы булыуы ихтимал. Ул һеҙҙән аҡса алыу өсөн төрлө һылтауҙар уйлап сығарасаҡ. Әңгәмәне мессенджерҙа дауам итеү. Иғлан биреү сайттарында һатыусылар һәм һатып алыусылар өсөн аралашыу чаттары бар. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙа мутлашыусыларҙың һөйләмдәрен таныу өсөн ҡоралдар бар. Улар сит ресурстағы һылтанмаларға блок ҡуя, әңгәмәселәр телефон номерын баҫтырһа, хәүеф тураһында иҫкәртә. Чаттар мутлашыусыларҙың эшмәкәрлеген ҡыйынлаштыра, шуға күрә улар диалогты сит мессенджерға күсерергә тырыша, сөнки унда бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ. Түләү йәки мәғлүмәт ҡарау өсөн һылтанма ебәрәләр. Әгәр һеҙ сит мессенджерҙа һатыусы менән аралаша башлаһағыҙ, һеҙгә тауар тураһында ентекләберәк мәғлүмәтте ҡарау йәки түләү өсөн һылтанма ебәреүҙәре мөмкин. Һылтанма фишинг сайтына йәки вируслы биткә алып барыуы ихтимал. Реклама сайттарында мутлашыусылар һатыусы ролен генә түгел, ә һатып алыусы ролен дә уйнай ала. Әгәр ҙә һеҙ эш эҙләү тураһында иғлан ҡуйһағыҙ, енәйәтселәр эш биреүсе булып ҡыланыуҙары мөмкин. Иң киң таралған алдау схемалары: Карта мәғлүмәттәрен белергә тырышалар. Эш эҙләүҙә ярҙам итергә теләк белдерәләр. www.sberbank.ru сайты материалдары аша әҙерләнде. Фото: Башинформ.