49 йәшлек Өфөлә йәшәүсе ир билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу алған. Әңгәмәсе үҙен мотлаҡ медицина страховкаһы фонды хеҙмәткәре итеп таныштырған һәм иргә страховка полисының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланыуы тураһында хәбәр иткән. Мәғлүмәттәрҙе яңыртыу һәм электрон версияға күсеү өсөн уға смс-тан кодты әйтергә кәрәк була. Ир енәйәтселәргә ышана һәм кодты хәбәр итә. Тиҙҙән уға “Дәүләт хеҙмәттәре” порталының именлек хеҙмәтенән шылтыратып, уның иҫәп яҙмаһында шикле эшмәкәрлек тураһында иҫкәртәләр. Йәнәһе лә, мутлашыусылар уның исеменә кредит алырға тырыша, тип раҫлайҙар. Һуңынан Өфөлә йәшәүсе менән үҙен тәфтиш комитеты хеҙмәткәре тип таныштырған кеше бәйләнешкә инә. Енәйәтсе ирҙе ҙур сумманы хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәк, тип ышандыра. Һөҙөмтәлә ир енәйәтселәргә ышанып, бер нисә банкта кредит ала һәм мутлашыусыларға биш миллион һумдан ашыу аҡса күсерә. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә: билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ, тиҙ табыш алыу тураһында хәйләләргә юл ҡуймағыҙ. Тик мутлашыусылар ғына күп аҡса вәғәҙәләй. Һаҡ булығыҙ! Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Мутлашыусыларҙы туғыҙ миллион һумға байытҡанбыҙ...
25 октября 202425 окт 2024
~1 мин