Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Белорет башлығы – ҡатын-ҡыҙ!

Белорет ҡалаһы хакимиәтенә яңы башлыҡ һайланды. Ул – ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Вероника Домнина. Уның өсөн күпселек депутаттар тауыш биргән. Вероника Валерьевна 1986 йылда тыуған. “Экспериза һәм күсемһеҙ милек менән идара итеү” белгеслеге буйынса Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаған, инженер квалификацияһын алған. 2021 йылдан Белорет хакимиәтендә эшләй. Был яңылыҡ тураһында социаль селтәрҙә Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итте һәм уға уңыштар теләне. Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы ваҡытта Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙ етәкселәр бермә-бер артты. Араларында район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, министрҙар һәм ҙур ведомстволар етәкселәре лә бихисап. Фото: Белорет районы хакимиәте.