Быйыл Өфө ҡалаһының 9-сы дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, биш “Лада Гранта” автомобиле алынды. Уларҙы файҙаланыу осоронда кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү маҡсатында транспортта 1500-ҙән ашыу саҡырыу үтәлде, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Автомобилдәр шулай уҡ медикаменттар һәм биологик материалдарҙы лабораторияларға илтеү өсөн дә ҡулланыла. Транспорт саралары пациенттар өсөн уңайлы, кондиционер, алдағы креслоларҙы йылытыу системаһы менән йыһазландырылған. Хәүефһеҙлек мендәре бар. –Машиналарҙың күплеге халыҡҡа медицина ярҙамын тиҙләтергә, яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Пациентҡа кисектергеһеҙ ярҙам бригадаһының барып етеү ваҡыты ҡыҫҡарҙы. Хәҙер беҙҙең төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмау, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн мөмкинлек артты, – тине дауахананың баш табибы вазифаһын башҡарыусы Татьяна Добрейкина. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына