Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һанлаштырыу күп мәшәҡәттән арындыра

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһына ярашлы, Салауат дауаханаһында биш автоматлаштырылған эш урыны булдырылды. Компьютерҙарҙы тәүлек әйләнәһенә эшләүсе балалар стационарының табиптар кабинеттарына урынлаштырҙылар. Яңы ҡорамал республика медицина мәғлүмәт системаһы эшмәкәрлеге талаптарына яуап бирә. Уның ярҙамында табип пациенттарҙы ҡабул итеүгә яҙа, электрон картаны алып бара, йүнәлтмәләр, льготалы рецептар белешмәһен әҙерләй. Шулай уҡ яңы техника ярҙамында телемедицина консультацияһы үткәрергә мөмкин. –Һанлаштырыу табиптарҙы күп эштәрҙән, мәшәҡәттәрҙән арынырға, эште яҡшыраҡ ойошторорға ярҙам итә. Заманса эш урындары диагностика һәм дауалау барышын көйләргә, яҡшыраҡ, һөҙөмтәлерәк үткәрергә булыша, – тине Салауат ҡалаһы дауаханаһының баш табибы Алик Янышев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһына ярашлы, Салауат дауаханаһында биш автоматлаштырылған эш урыны булдырылды. Компьютерҙарҙы тәүлек әйләнәһенә эшләүсе балалар стационарының табиптар кабинеттарына урынлаштырҙылар. Яңы ҡорамал республика медицина мәғлүмәт системаһы эшмәкәрлеге талаптарына яуап бирә. Уның ярҙамында табип пациенттарҙы ҡабул итеүгә яҙа, электрон картаны алып бара, йүнәлтмәләр, льготалы рецептар белешмәһен әҙерләй. Шулай уҡ яңы техника ярҙамында телемедицина консультацияһы үткәрергә мөмкин. –Һанлаштырыу табиптарҙы күп эштәрҙән, мәшәҡәттәрҙән арынырға, эште яҡшыраҡ ойошторорға ярҙам итә. Заманса эш урындары диагностика һәм дауалау барышын көйләргә, яҡшыраҡ, һөҙөмтәлерәк үткәрергә булыша, – тине Салауат ҡалаһы дауаханаһының баш табибы Алик Янышев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.