Өфөлә тағы бер матур ижади конкурс башланды. 21-27 октябрҙә З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында пианистарҙың Александр Франк исемендәге III халыҡ-ара конкурсы үтә. Аҙна буйы 11 йәштән башлап һәм унан өлкәнерәк пианистар ошо уйын ҡоралында уйнау оҫталығы буйынса көс һынаша. Бәләкәй ансамблдәр өсөн айырым номинация булдырылған. Конкурста Рәсәйҙең төрлө төбәгенән, Әрмәнстандан һәм Беларустан 60 музыкант ҡатнаша. Башҡортостан исеменән 26 башҡарыусы сығыш яһай. Конкурсанттарҙы пианино буйынса абруйлы педагогтар баһалай. А. Франк сәнғәт институты асылғандан алып күп йылдар буйы махсус фортепиано кафедраһын етәкләй. Үҙе тирәләй талантлы педагогтар йыйып, улар менән бергә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан килеп уҡыған йәш пианистарға оҫталыҡ һабаҡтары бирә. Александр Франк – Рахманинов менән бергә Николай Зверевта, аҙаҡ Александр Зилотиҙа (ул инде – күренекле композитор һәм пианист Ф. Листтың уҡыусыһы) белем алған Константин Игумновтың студенты. Конкурсты асыу тантанаһында Башҡорто