Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһында Батыр аллеяһын төҙөкләндереүҙең икенсе этабы тамамланды. Эштәр "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты сиктәрендә башҡарылды. Салауат Юлаев бульварындағы Батыр аллеяһы 2023 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектының рейтинг тауыш биреүендә еңеү яуланы. Тәүге этапта яңы ҡиәфәткә Батыр аллеяһының беренсе өлөшө инде. Төҙөкләндерелгән биләмәлә япма яңыртылды, ял итеү өсөн урындар йыһазландырылды, күләгәле япмалар, эскәмйәләр, яҡтыртыу ҡоролмалары, шулай уҡ яңы архитектура элементтары монтажланды. Икенсе этапҡа ял һәм күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәреү өсөн инфраструктураны яңыртыу инде. Аллея тағы ла уңайлыраҡ булды – сирень, сәскә композициялары ултыртылды, киңәйеү зонаһына эләккән ағастар ҙа һаҡлап ҡалынды. Яңы яҡтыртыу ҡорамалдары, парк мебеле, декоратив перголалар ҡуйылған. Шулай уҡ бында япма яңыртылды һәм яңы архитектура элементтары өҫтәлде. Һәйкәлдәргә айырым иғтиба
Батыр аллеяһын төҙөкләндереүҙең икенсе этабы тамамланды
25 октября 202425 окт 2024
1 мин