Ирегеҙ менән балағыҙ араһында һайларға тура килһә, кемде һайлар инегеҙ? Тәүҙә барыһы ла бала тиер, яңылышаһығыҙ. Ирҙе һайлағандар ҙа бар. Бының нормаль хәл булыуын йылдар үткәс аңланым. Мин дә баламды һайлар инем. Ә беҙҙең әсәй киреһенсә ине. Атайым беҙҙе ташлаған көндө әле лә хәтерләйем. Әсәйем ул йыйған әйберҙәргә барып йәбеште. Атайым уларын тартып алып киткәс, ишеккә арҡыры торҙо. Атайым уны этә башлағас, уның алдында тубыҡланды. Миңә 15 йәш, ете йәшлек ҡустым ярһып илай. Атайым аяҡтарын ҡосаҡлаған әсәйемдән ысҡына алмай сәбәләнә, психлана, һүгенә. Йүгереп барып әсәйемде көсләп тартып алдым уның юлынан. Әсәйем минән ысҡынып, уның артынан тағы йүгерҙе. Ярай атай машинаһына ултырып китә һалды. Ошонан һуң әсәйем өндәшмәҫ булды. Беҙҙе күрмәне лә шикелле. Беҙҙең менән ҡыҙыҡһынманы ла. Көндән-көн ябыға барған әсәйемде дауаханаға һалдылар. Ике айҙан ул үлеп тә ҡалды. Шат йылмайып йөрөгән ҡатын иренең икенсе ҡатынға сығып китеүен күтәрә алмай, ҡапыл ауырып үлде. Рак тинеләр. Унан алда бер