Псков ҡалаһында бер ҡатын медицина тикшереүе үткән ваҡытта үҙенең ВИЧ-инфекциялы икәнен белеп ҡала. Баҡтиһәң, вирус ҡатынға маникюр ваҡытында эләккән булған. Был турала ҡала инфекцион клиник дауаханаһы хәбәр итә. Билдәле булыуынса, ҡатын дауаханаға икенсе сир арҡаһында эләгә. Тик анализдар биргән ваҡытта уның ВИЧ-инфекциялы булыуы асыҡлана. Рәсәйҙә йәшәүсе вирус эләккәнен үҙе лә белмәй йөрөгән була, сөнки бер ниндәй ҙә билдәләре булмай. Эмидемиологик хеҙмәт тикшереү үткәргән ваҡытта вирус маникюр эшләткән ваҡытта эләккән, тип билдәләй. Шуныһы билдәле: ҡатын тырнағын эшләтергә даими рәүештә йөрөгән була. Шул уҡ ваҡытта ул мастерҙарҙың ҡорамалдарҙы ниндәй юл менән дезинфекциялауҙары тураһында ҡыҙыҡһынмай. Әлеге ваҡытта ҡатынды стационарҙан сығарып, СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге белгестәренә ебәргәндәр. Ул амбулатор күҙәтеү аҫтында буласаҡ һәм кәрәкле дауалау үтәсәк. Автор фотоһы.