Найти в Дзене

Яуҙа биштәрҙәге Ҡөрьән янмай ҡала

Тормошта шундай кешеләр осрай. Әйтерһең дә, уларҙың бер ниндәй уй йонсотмай, һыҙланыу йәнен өтмәй. Бөгөн Өфөлә барған III “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” Бөтә Рәсәй форумында Сибайҙан Илгиз Асҡаров менән таныштыҡ. Ҡаты яраланһа ла, Илгиз тормош һынауҙарына бирешмәй, алға ынтыла. Ул 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операцияға юллана һәм бер йылдан һуң яралана. Реабилитациялауҙы Санкт-Петербургтағы хәрби госпиталдә үтә. Хәҙер ҡатыны Наҙгөл, йәш ярымлыҡ ҡыҙы Әҙилә һәм дүрт йәшлек улы Искәндәр – йәшәү йәме, ныҡлы терәге. Яуҙа иһә рюкзак кеҫәһендә ятҡан Ҡөрьән янмай ҡала. Ғәзиз әсәһе ҡулдары менән бирелгән был изге китап ғәжәйеп сихри көс бирә, һыҙланыуҙарға бирешмәҫкә, алға ынтылырға дәрт өҫтәй. Мәскәү протез-ортопедия предприятиеһының Өфөләге филиалы белгестәре Артур Хөснөтдинов, Ильяс Иҙрисов яҡташыбыҙға ярҙамға килә, яугиргә хатта ҡанат ҡуйғандай булалар. Әйткәндәй, был предприятие бер быуаттан ашыу республикабыҙҙа халыҡҡа протез-ортопедия ярҙамын күрһәтә, һөҙөмтәлә әллә күпме кешегә йәшәүгә көс өҫтәлә. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.