Өфөлә III Бөтә Рәсәй “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форум-күргәҙмәһе барышында “ Социаль эшҡыуарлыҡ – инвалидтарҙың мәшғүллеген тәьмин итеү инструменты ” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Сарала “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында социаль предприятиеларға ярҙам итеү мәсьәләләре ҡараласаҡ, тип хәбәр иттеләр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында. Сарала ҡатнашыусылар инвалидлыҡҡа эйә граждандарҙы эшкә урынлаштырыу, был категорияға ингән граждандар категорияһына иртә осорҙа профессиональ йүнәлеш биреү, хеҙмәт шарттарын булдырыу мәсьәләләрен ҡараясаҡ.Түңәрәк өҫтәлдә төбәк власть органдары, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү федераль фондтары, бизнесҡа булышыу институттары, йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре һәм эксперттар ҡатнашасаҡ.Шулай уҡ социаль эшҡыуарлыҡ, үҙмәшғүллек өлкәһендә эшләүселәрҙе, шул иҫәптән, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы ла саҡырасаҡтар. “Социаль эшҡыуарлыҡ инвалидтарҙың мәшғүллеген хәл итеү, уларҙы йәмәғәт тормо
Социаль эшҡыуарлыҡ инвалидтар мәсьәләһен хәл итәсәк
23 октября 202423 окт 2024
1 мин