Владимир Касютин: фотоитектәр тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Рәсәй Журналистар союзы секретары, “Журналистика и медиарынок” журналының баш мөхәррире Владимир Касютин журналистарға ҡыҙыҡлы һәм файҙалы оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Фотографияларҙың ҙур планда алынырға тейешлеген, гәзит күңелһеҙ булмаһын өсөн төҫһөҙҙәрен һирәгерәк ҡулланырға кәрәклеген билдәләне тәжрибәле спикер. -Дизайн һәм контент ҡыҙыҡлы һәм профессиональ булған хәлдә, уҡыусылар һәм партнерҙар баҫмаға нығыраҡ хөрмәт менән ҡарар, - тине ул. Шулай уҡ Владимир Леонидович мәҡәләләрҙең исемен төрләндерергә кәрәклеген, фотоларҙа күберәк кешеләр булырға тейешлеген хәтергә төшөрҙө. - Полосала иң яҡшыһы бер ҙур фото ҡуйырға ла ҡалғандарын сайтта йәки социаль селтәрҙәрҙә QR-код менән бирергә. Фотографиялар гәзитте уҡырға ҡамасауларға тейеш түгел. Шулай уҡ фотоитектәр ҡуйырға мөмкин. Бындай мәҡәлә уҡыусыны йәлеп итә, - тине спикер. Владимир Касютин көньяҡ-көнбайыш район-ара ижади берекмәгә ҡараған гәзиттәргә төплө анализ яһаны, дизайны