Атайым бик күп ауырыуҙарҙы өшкөрөп дауалай ине. Хәҙер генә уның шул хәтлем көслө дауалаусы булыуын аңлайым. Тағы ул Мөжәүир хәҙрәт менән бик дуҫ булды. Аралар йыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, йыш ҡына уның янына барыр ине. "Ахырызаман алдынан кешелек шул хәтлем алға китер, әллә ҡайҙа булһалар ҙа, бер-береһе менән бына беҙ һөйләшеп ултырған кеүек күреп һөйләшерҙәр", - тигәненән көлә торғайныҡ. Бына бит, бөгөн шул заман килмәнеме ни! "Балалар, һеҙ бик ауыр заманаларға тура килдегеҙ. Кеше бер-береһенең тынынан ҡурҡып, ауыҙҙарын ҡаплап йөрөр", тигәне ошо коронавирус тураһында түгелме һуң? "Кеше башта дарыуханаға йүгерһә лә, башына төшкәс, дауаны тәбиғәттән эҙләр, тик ул ваҡытҡа күп шифалы үләндәр юҡҡа сыҡҡан булыр", - тигәне лә раҫ. Ҡайһы берҙә апайым менән һөйләшеп ултырабыҙ, ул атайым менән ҡәрсәйем Һөйәрбикәнең үлән, өшкөрөү менән дауалағанын һөйләй. Минең бәләкәй ҡыҙым Илмира - табип, был да Аллаһ Тәғәләнәндер, ул ошо юлды дауам итергә тейеш, тип уйлайым. Уның әйтеүе буйынса, коронавирустан и