Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Белореттарҙың тәүге 50 дроны әҙер

Белорет ҡалалаһында эшҡыуар Данис Йыһаншин махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында дрондар етештереүҙе ойошторҙо. Уның һүҙҙәренсә, бер миллион һумға 34 ҡорамал йыйырға мөмкин. Аҡсаны Белорет районы һәм ҡалаһы халҡы, эшҡыуарҙар ярҙамында йыйҙылар. Тәүге дронды октябрь башында һынап ҡаранылар һәм белореттар тәҡдиме буйынса уны “Бөркөт” тип атанылар. Ошо көндәрҙә Данис Сәйетмырҙа улы һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашты – тәүге 50 дрон әҙер. – Беҙ быны эшләнек! Белоретта “Алтын бөркөт” дрондарының ҙур партияһы әҙер. Был проектҡа ҡағылышы булған, ышанған, аҡсалата, кәңәше, яҡшы һүҙе менән ярҙам иткән һәр кешене ҡотлайым. Дрондарҙы йыйыуҙа ҡатнашҡан һәр белгескә айырым рәхмәт әйтәм. Был – беҙҙең уртаҡ ҡаҙаныш! Ауырлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар күп булды, әммә хәҙер беҙ мәсьәләне хәл итеү юлдарын беләбеҙ. Яҡын арала дрондарҙы егеттәргә алып барам. Улар “ҡоштарҙы” бик көтә. Әле проект тамамланмаған: барыһы ла аңлай, ял итә торған ваҡыт түгел, – тине Данис Йыһаншин. Эшҡыуар белдереүе

Белорет ҡалалаһында эшҡыуар Данис Йыһаншин махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында дрондар етештереүҙе ойошторҙо. Уның һүҙҙәренсә, бер миллион һумға 34 ҡорамал йыйырға мөмкин. Аҡсаны Белорет районы һәм ҡалаһы халҡы, эшҡыуарҙар ярҙамында йыйҙылар. Тәүге дронды октябрь башында һынап ҡаранылар һәм белореттар тәҡдиме буйынса уны “Бөркөт” тип атанылар. Ошо көндәрҙә Данис Сәйетмырҙа улы һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашты – тәүге 50 дрон әҙер. – Беҙ быны эшләнек! Белоретта “Алтын бөркөт” дрондарының ҙур партияһы әҙер. Был проектҡа ҡағылышы булған, ышанған, аҡсалата, кәңәше, яҡшы һүҙе менән ярҙам иткән һәр кешене ҡотлайым. Дрондарҙы йыйыуҙа ҡатнашҡан һәр белгескә айырым рәхмәт әйтәм. Был – беҙҙең уртаҡ ҡаҙаныш! Ауырлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар күп булды, әммә хәҙер беҙ мәсьәләне хәл итеү юлдарын беләбеҙ. Яҡын арала дрондарҙы егеттәргә алып барам. Улар “ҡоштарҙы” бик көтә. Әле проект тамамланмаған: барыһы ла аңлай, ял итә торған ваҡыт түгел, – тине Данис Йыһаншин. Эшҡыуар белдереүенсә, дрондарҙы йыйыу артабан да дауам итәсәк, шуға ла деталдәр өсөн аҡса йыйырға кәрәк. Һеҙ ҙә был проектта ҡатнаша алаһығыҙ. Бының өсөн Һаҡлыҡ банкыһы картаһына – 4279060015596729 – аҡса күсерергә мөмкин. Тәғәйенләнеше: “Поддерживаю своих”. Фото: vk.com/danis_yaganshin.