Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Борода” юғары наградаға лайыҡ булған

Мәсетле районы ир-азаматы – “Борода” тигән үҙенсәлекле позывнойлы яугир менән махсус хәрби операцияға йәйгеһен барғанда танышҡайным. Уның хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә лә, баҫмабыҙҙың төркөмөндә һәм сайтында ла яҙып сыҡтым. Яҙмыш ҡушҡас, әле октябрҙәге командировка барышында ла “Борода”ны осратырға насип булды. Иғтибарым шунда уҡ танышымдың күкрәген биҙәгән Ҡаһарманлыҡ орденына төштө. Был юғары наградаға ни өсөн лайыҡ булыуы менән ҡыҙыҡһындым. – Алғы һыҙыҡта инек. Рация аша ике яралыға ашығыс ярҙам кәрәк булыуы хаҡында ишеттек. Мин барырға теләк белдерҙем, тағы ике иптәшем ҡушылды. Тынысһыҙ мәл ине: дрондар тынғы бирмәй. Көндөҙ ошо биләмәгә задание буйынса барырға тура килгәйне, шуға юл да, урын-ер ҙә иҫтә ҡалғайны. Яралыларҙы тиҙ таптыҡ, әммә алып сығышлай утҡа тоттолар. Бәхеткә күрә, һаҡланып ҡала алдыҡ. Иптәштәрҙе яу яланынан имен-аман сығарып, блиндажда яраларын бәйләнек. Әлбиттә, рәхмәт әйттеләр, ныҡ ҡыуандылар. Иртәнсәк тороуыма был егеттәрҙе махсус машинала алып киткәндәр ине

Мәсетле районы ир-азаматы – “Борода” тигән үҙенсәлекле позывнойлы яугир менән махсус хәрби операцияға йәйгеһен барғанда танышҡайным. Уның хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә лә, баҫмабыҙҙың төркөмөндә һәм сайтында ла яҙып сыҡтым. Яҙмыш ҡушҡас, әле октябрҙәге командировка барышында ла “Борода”ны осратырға насип булды. Иғтибарым шунда уҡ танышымдың күкрәген биҙәгән Ҡаһарманлыҡ орденына төштө. Был юғары наградаға ни өсөн лайыҡ булыуы менән ҡыҙыҡһындым. – Алғы һыҙыҡта инек. Рация аша ике яралыға ашығыс ярҙам кәрәк булыуы хаҡында ишеттек. Мин барырға теләк белдерҙем, тағы ике иптәшем ҡушылды. Тынысһыҙ мәл ине: дрондар тынғы бирмәй. Көндөҙ ошо биләмәгә задание буйынса барырға тура килгәйне, шуға юл да, урын-ер ҙә иҫтә ҡалғайны. Яралыларҙы тиҙ таптыҡ, әммә алып сығышлай утҡа тоттолар. Бәхеткә күрә, һаҡланып ҡала алдыҡ. Иптәштәрҙе яу яланынан имен-аман сығарып, блиндажда яраларын бәйләнек. Әлбиттә, рәхмәт әйттеләр, ныҡ ҡыуандылар. Иртәнсәк тороуыма был егеттәрҙе махсус машинала алып киткәндәр ине. Бына шулай, ике яуҙашымдың ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуға булышлыҡ итеүемә ныҡ шатмын, ә был награда ошо заданиены үтәгән өсөн бирелде, – тип ихлас итеп һөйләне “Борода”. Беҙҙең һөйләшеүгә “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының матди тәьминәт ротаһында взвод командиры булып хеҙмәт иткән “Баграм” да ҡушылды. – “Борода” – бик ҡыйыу егет. Ғәҙәттә, заданиеларға иң тәүҙә доброволецтар, йәғни үҙ теләктәре булғандар юллана. Штурмлаусыларға ярҙам итеүгә бәйле ошо задание килгәс тә, ул иң беренселәрҙән булып, “Мин барам!” тип алға сыҡты. Ышаныслы, юғалып ҡалмаясағын белгәнгә ла тап уны һайланыҡ, – тине взвод командиры. Белеүебеҙсә, Мәсетле егете арыу уҡ ваҡыт инде дин юлында. Әлеге задание алдынан да ул доғаларын уҡып, “барыһы ла Аллаһ Тәғәлә ихтыярында” тип юллана һәм ҡатмарлы бурысты намыҫ менән атҡара. “Һуғышта кеше һәр ваҡыт ниндәйҙер сиктә йөрөй. Һәр аҙымда хәүеф, үлем һағалай. Ошондай шарттарҙа Аллаһҡа яҡынайыу, һыйыныу тағы ла көсәйә”, – ти “Борода”. Мәсетле ир-уҙаманы бөтә Башҡортостан халҡына, яҡташтарына, туғандарына, дуҫтарына ихлас сәләмдәрен еткерҙе. Быға тиклем яҙыуыбыҙса, ул һаҡалының һуғышта уны һаҡлауына ышана, позывнойҙы ла тиккә генә “Борода” тип һайламаған. Мин күптәнге танышыма ошо ышаныс-инаныс ташламаһын, имен-аман тыуған яҡтарҙа күрешергә яҙһын, тигән изге теләктәремде еткерҙем. БЕЛЕШМӘ Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Өфөлә "Төнъяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин. Пунктты Өфө, Элеваторная урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18-65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк. Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3 825 000 һум тәшкил итәсәк. Башҡортостан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ. Авторы - В. Уразбаев. Автор фотоһы.