Бынан байтаҡ йылдар элек булды ул ваҡиға. Ул ваҡытта әлеге һымаҡ интернет, мобиль телефондар ҙа юҡ ине. Кеше бер-береһе менән хат яҙып аралашты, хәл белеште. Мәктәпте тамамлағас, Ләйсән юғары уҡыу йортона инергә имтихандар тапшырырға Өфөгә китте. Йәйге бесән ваҡыты, артынан эйәреп йөрөргә ата-әсәһенең ваҡыты юҡ. Ҡала мөхитенә өйрәнеү бер һынау булһа, имтихандар тапшырыу тағы ла ауырыраҡ ине. Дөйөм ятаҡтағы бүлмәләш ҡыҙҙары, кемдер түбән билдә алып, кемдер ауылын һағынып, бер-бер артлы ҡайтып китте. Ләйсән бүлмәлә яңғыҙы ҡалды, шуға ул күрше бүлмәләге Зәлиә исемле ҡыҙ менән аралаша башланы. Үҙенә генә ҡурҡыныс булғас, төнгөлөккә уның бүлмәһенә лә инеп ҡунды. Ихлас, асыҡ күңелле Зәлиә бер көн Ләйсәнгә илап килеп керҙе. Аҡсаһын юғалтҡан икән, автобустамы , башҡа ерҙә төшөрөп ҡалдырғанмы, үҙе лә иҫләмәй. Ни өсөн бөтә булған аҡсаһын янсығына һалып йөрөгәндер? Ләйсәндең дә аҡсаһы артыҡ күп түгел. Шулай ҙа әхирәтенең хәленә инде. – Ярай, Зәлиә, илама, миндә бар бит. Шуға йәшәп торорбоҙ. Им