Өфөлә Башҡортостандың Урмансылар паркын реконструкциялау эштәре бара. Был РФ Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Эштәр тамаланыуға табан бара, тип хәбәр итә баш ҡала хакимиәте. Бында биш объект яңыртыла: пикник зонаһы, ҙур һәм бәләкәй спорт майҙансығы, балалар биләмәһе һәм велосипед юлдары ла булдырылған йәйәүлеләр һуҡмағы. Спорт зонаһында ике – ҙур һәм бәләкәй футбол яланы, ике волейбол майҙансығы, баскетбол һәм стритбол майҙансыҡтары, йүгереү юлы һәм күнекмәләр өсөн урын була. Паркта воркаут урыны (инглиз һүҙе, асыҡ һауала күнекмәләр эшләүгә тәғәйенләнгән ер – авт.), пинг-понг өҫтәлдәре һәм шахмат уйнар өсөн уңайлы майҙансыҡ ҡуйылған. Балалар майҙансығында төҙөүселәр ағастан яһалған ҡоролмаларҙы ҡуйған да инде, йәрәхәттән аралай торған япманы ла һалып бөтөп киләләр. Биләмәлә өҫтәмә яҡтыртҡыстар, ви