Республика етәксеһе Башҡортостан бүлексәһе эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре һәм киләсәккә уй-ниәттәре хаҡында һөйләне. Эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү. Ярҙам күрһәтеүгә «Берҙәм Рәсәй»ҙең 2 меңгә яҡын ирекмәне йәлеп ителгән. Яугирҙәрҙең һәм уларҙың туғандарының мөрәжәғәттәре Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының «ҡыҙыу бәйләнеш»е буйынса ҡабул ителә, телефон һандары: 8 (800) 201-89-03. 2024 йылдың ғинуарынан сентябренәсә штаб белгестәре 1 меңдән ашыу мөрәжәғәтте эшкәрткән. Һүҙ махсус хәрби операция биләмәһендәге хәрби хеҙмәткәрҙәргә гуманитар ярҙам күрһәтеү, льготалар һәм социаль түләүҙәр юллау буйынса консультациялар уҙғарыу, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү хаҡында бара. Махсус хәрби операция ветерандары республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Әйтәйек, 2024 йылдың сентябрендә урындағы үҙидаралыҡ органдарына һайлау йомғаҡтары буйынса 35