Статистика буйынса, тап көҙгө-ҡышҡы осорҙа янғын осраҡтарының һәм уттан һәләк булыусыларҙың һанының артыуы күҙәтелә. «Хәҙер янғындарға бәйле хәлде туҡтатыу мөһим», – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов 2024 – 2025 йылғы көҙгө-ҡышҡы янғын хәүефе осорона әҙерлек һәм торлаҡ фондында янғындарҙы иҫкәртеү буйынса сараларҙы ойоштороу тураһында һөйләне. Ведомство етәксеһе янғындан һәләк булыусылар һаныны артыуы теркәлгән муниципалитеттарҙа янғындарҙы иҫкәртеүҙе ойоштороу буйынса штаб форматын тергеҙергә тәҡдим итте. «Был формат ағымдағы йылдың ярты йыллығында үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте», – тип билдәләне Кирилл Первов. Бындай эш тәртибе хәүеф төркөмөнә ҡараған граждандарҙы иҫкәртеү саралары менән солғап алырға һәм уларҙың торлаҡтарын хәүефһеҙ итеү мөмкинлеген бирәсәк. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса
Хөкүмәттә янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә әҙерлек тикшерелде
22 октября 202422 окт 2024
1 мин