Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һәр береһе биш-алты йәштән гармун тарта

Ҡариҙел районына командировканан матур тойғолар ҡалдырған осрашыуҙарҙың береһе район үҙәгендә күп функциялы ауыл клубында эшләп килгән “Сихри моң” гармунсылар клубы ағзалары менән осрашыу булды. Уларҙы Гармунсылар көнөнә арналған байрамға репетиция мәлендә тап иттек. Ансамбль етәксеһе Финғәт Хаматов, Фәнзәл Ҡотдосов, Таһир Мөниров, Әлфис Сәхәбетдиновтың гармунға бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғаларын да тыңланыҡ, уларҙың дәртле сығыштарынан илһам алдыҡ. Маҡтанырлыҡ уңыштары ла бар. Яңауылда үткәрелгән Ф.Ихсанов исеменә “Моңға бай гармун байрамы” республика гармун байрамында улар былтыр гран-приға лайыҡ булған. Башҡа абруйлы конкурстарҙа ла юғары һөҙөмтәләре бар. - Клубҡа килһәк, бөтә күңелебеҙҙе биреп гармун уйнайбыҙ, хатта өйгә ҡайтыу тураһында ла онотабыҙ, - ти улар. Шулай уҡ гармунсыларҙың беҙҙең гәзитебеҙҙе уҡып барыуы ла һоҡландырҙы. Ҡариҙел гармунсыларының ҡыҙыҡлы хәтирәләрен тиҙҙән “Башҡортостан” гәзитендә уҡырһығыҙ. Фото һәм видео авторҙыҡы.