Яратып өйләнешкән парҙан бәхет серен һорағас, улар бер-береһенә серле генә ҡарап ҡуйҙы. Унан кейәү кәләшенән: “Һөйләйемме һуң?”-тип һораны. Бәхетле кәләш уға яратып йылмайып ҡарап: “Һөйлә инде, бар кешегә һөйләп бөтөп бараһың бит инде!”-тип сыңғырлатып көлдө. Ә мин уларҙы тыңлап, бәхеттең уйламаған ерҙән килеүен, бары тик ышанырға кәрәклеген аңланым. Бына нимәне бәйән итте йәштәр: - Яратҡан кәләшемә тиклем дә мин бер ҡыҙ менән осраштым. Бер йылдан һуң ҡапыл ташлаштыҡ. Эйе, барыһы ла яҡшы кеүек ине. Мин уны шул тиклем ныҡ яратҡан кеүек инем, тағы ярты йылдан өйләнешеү тураһында хыялландыҡ. Ул: “Миңә һинән бер нимә лә кәрәкмәй, үҙең генә кәрәк”,-тип ҡабатларға яратты. Ҡиммәтле сәскәләр гөлләмәһе бүләк иткән һайын: “Ниндәй сәскә булыуы мөһим түгел, һинең ҡулыңдан ҡыр сәскәләре лә алырға әҙермен”,-тине. Бер яҙ өләсәйемдең баҡсаһынан бик күп итеп ынйы сәскәһен йыйып алдым. Хатта кибет гөлләмәһенән матурыраҡ та килеп сыҡты. Ҡыуана-ҡыуана бүләк иттем дә, ғорурлыҡ менән үҙем йыйғанымды әйттем.