Документҡа август уртаһында ғына ҡул ҡуйылһа ла, уның менән Өфөнөң 3-сө балалар стоматополиклиникаһы белгестәре командаһы (уның базаһында үҙәк булдырылған) файҙалана. Шулай уҡ ул Волга буйы федераль округы төбәктәре өсөн тәҡдим ителә. Адреслы ярҙам менән тәүге ике ярҙам Благовещен һәм Нуриман райондарында ойошторолдо. Бөгөнгө көндә өфөләрҙе һәм яҡын-тирәләге райондарҙа йәшәүселәрҙе поликлиниканың үҙендә сираттан тыш ҡабул итәләр. – МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына стоматология ярҙамын күрһәтеү буйынса эште ойоштороу идеяһы дәүләт социаль учреждениеларында йәшәгән балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алған “Толпар” мобиль стоматология комплексының күсмә эш барышында барлыҡҡа килде, – тине БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш балалар стоматологы һәм “Стоматология” йүнәлеше буйынса Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Волга буйы федераль округындағы штаттан тыш баш балалар белгесе, Өфөнөң 3-сө балалар стоматоликлиникаһының баш табибы Римма Ғәниева. Килешеүҙең ыңғай яғы – республиканың һә