2030 йылға тиклем Финанс грамоталылыҡты күтәреү һәм финанс мәҙәниәтен булдырыу стратегияларын тормошҡа ашырыу маҡсатында быйыл 4 октябрҙән 25 декабргә тиклем “Минең финанстарым” Бөтә Рәсәй мәғариф эстафетаһының III этабы була. Был этаптың темаһы – “Яуаплы кредит”. Эстафетаны Рәсәйҙең Финанс министрлығы ойоштора. Оператор – Рәсәй Финанс министрлығының Финанс ғилми-тикшереү институты. Был этап барышында мәғариф, белем биреү, мәғлүмәт рәүешендәге саралар ойошторола. Улар Рәсәй граждандарының йәшәү кимәле һәм сифаты булған финанс мәҙәниәтте формалаштырыуға йүнәлтелгән. Белеүебеҙсә, кредит буйынса мутлыҡ осраҡтары йыш теркәлә. Был аяныслы хәлгә ҡулында банк картаһы һәм кредиты булғандар тарый. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәрҙең, шул иҫәптән өлкән йәштәгеләрҙең, заман “остап бендер”ҙарының тоҙағына эләгеп, аҡсаһын биреү осраҡтары күбәйҙе. Ошондай аяныслы хәлдәрҙе кәметеү өсөн дәүләт бер алым уйлап сығарған – 2025 йылдың 1 мартынан граждандар үҙҙәрен кредит алыуға тыйыу ҡуя аласаҡ. Был хаҡта