Ҡаҙағстанда донъяға килһә лә, Гөлмирә Ҡужабаева Йылайыр районында үҫкән. Стәрлетамаҡта башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алған.– 2022 йылды ҡаршылаған Яңы йыл төнөндә телевизорҙа үҙенсәлекле бейеү күреп ҡалдым. Бер ҡыҙ туҡыма беркетелгән таяҡтар менән бейей ине. Ныҡ күҙем ҡыҙҙы, минең дә шулай бейеп ҡарағым килде, – ти ул. – Интернеттан мәғлүмәт табып, шул таяҡтарҙы яҙҙыртып алдым.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бейеү өсөн туҡымалы таяҡтар килеп етеүгә Гөлмирә Рәмил ҡыҙы дауаханаға эләгә, уға операция яһайҙар.– Башҡа пациенттар операциянан һуң һыҙланып йөрөгән саҡта үҙемде шул бейеү менән әүрәттем. Наркоздан уянғас та әлеге таяҡтарҙы ҡулға алдым да бейеү хәрәкәттәрен өйрәнә башланым. Ошо мауығыу миңә тиҙ аяҡҡа баҫырға ярҙам иткәндер, тип уйлайым, – ти Гөлмирә Ҡужабаева.Һәүәҫкәр бейеүсе әлеге мәлдә Өфөлә йәшәй. Ғаиләһе менән саф һауала йөрөргә сыҡҡанда йыш ҡына вуалдәрен ала һәм, баш ҡаланың йәмле урамдарында, парктарында нәфис бейеүҙәрен башҡарып, интернет селтәрендә видеолары менән уртаҡлаша.– Ө