Алтын туй - йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, аҡыл, өмөт, ышаныс кәрәк. Уларҙың тормошо - йәш быуынға лайыҡлы өлгө булып тора. Ҡырмыҫҡалы районының Үрге Төкөн ауылында йәшәүсе Фәүзәнә һәм Сәйфидин Бекҡужиндар бына 50 йыл инде ҡулға-ҡул тотоношоп бер һуҡмаҡтан атлайҙар. Ярты быуат элек бергә уртаҡ оя ҡороп, балалар үҫтереп, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн дә бергә татып, барлыҡ туғандары, дуҫтары, яҡындары менән бергә ғүмер туйҙарын үткәрә улар. Ә бөтәһе лә ҡәҙимгесә, ябай ғына башлана. Фәүзәнә Ауырғазы районының йәмле тәбиғәтле, Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Өсбәлеш ауылында Рауза һәм Мөбәрәк Аҫылғужиндарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Ғаиләләрендә алты бала үҫкәнгә, әсәһе менән атаһының иң беренсе ярҙамсыһы була, кесе һеңлеләрен ҡараша, йорт-ҡура тирәһен таҙалыҡта һәм тәртиптә тоторға, һәр ваҡыт үҙенең бурыстарын яуаплы үтәргә тырыша. Ҡыҙ ярҙамсыл, эшһөйәр, тырыш, изге күңелле,