Гөлнәзирә ҠАШҠАРОВА
Илама һин, ямғыр
Тып-тып тама урамдарҙа
Туҡтамай ямғыр күҙ йәше...
Тышта ғәрәсәт ҡупты. Ҡапыл ҡойоп ямғыр яуа башланы. Йәшен уттары төрлө яҡтан уратып алған ауылды. Әле бер, әле икенсе яғында ер өҫтөндәге энәне күрһәтерҙәй итеп ялтырап китә, күк күкрәүенә инде өй һелкенеп киткәндәй була.Йәмил тышҡа сығып тәбиғәттең шулай боларыуын бер килке ҡарап торҙо. Их шағир булһам, тип уйланы. Юҡ, тәбиғәттең былай шашыныуыншиғыр юлдарына ғына һыйҙырып булмаҫ,композитор булып симфония яҙыр кәрәк, тип уйлап та бөтмәне, ҡот осҡос итеп күк күкрәне. Был бер нәмәне атты күрәһең, тине лә йәһәтләп өйөнә инде. Бындай мәхшәргә электр уты түҙмәне,ялпылдап торҙо ла һүнде. Өй ҡараңғылыҡҡа сумды. Йәмил шырпы һыҙып, шәм эҙләп алды. Яңғыҙ йәшәй ул ауыл осондағы ошо иҫке өйҙә. Ата-әсәһе күптән ысын донъяларҙа, туғандары юҡ, өйләнмәне лә.
Бына тағыкөслө итеп күк күкрәне һәм шул ыңғайҙан өй ишеге асылып киттеләялан аяҡ, сәстәре ялбыраған ҡатын килеп инде. Өҫтөнән шабырлап һыу аға. Ишекте ябып, был өйҙә күптән йәшәгән кешеләй еңел генә келәһен эләктереп ҡуйҙы. Шунан аптырауҙан ни әйтергә белмәй торған Йәмилгә ҡарап ҡулдарын болғай-болғай ят телдә ниҙер һөйләргә кереште. Шул саҡ ялпылдап ут янып китте. Ҡатын яҡтылыҡтан ҡурҡып, күҙен ҡаплап иҙәнгә сүгәләне. Бер килке шулай ултыра торғас, яйлап өй эсен күҙәтә башланы. Өй хужаһы аптыраштанбер һүҙ әйтмәй шым ғына сәйер ҡатынды күҙәтте.Ҡатын яйлап ҡына урынынан тороп, өй буйлап йөрөй башланы. Әсәһенән ҡалған һандыҡты һыйпап ҡараны, мейескә барып һөйәлде. Шунан күҙе стеналағы фотоларға төштө. Уларға яҡынайып, бик оҙаҡ текләп торҙо. Йәмилдең әсәһе менән атаһының фотоларын һыйпаны ла улар алдында тубыҡланып илап ебәрҙе. Хәҙер инде бөтөнләй ғәжәпкә ҡалған Йәмил яҡтыла ҡатындың йөҙөнә текләберәк ҡараны.Миңе бар... Ниндәй таныш ул, ҡайҙа күрҙе әле танау эргәһендәге ундаймиңде?Ҡапыл иҫенә төштө. Уның һеңлеһендә лә шундай миң бар ине бит. Әллә был ҡатын уның бала саҡта юғалған һеңлеһеме? Кит булмаҫтайҙы, тип ҡуйҙы үҙенә. Ул да ошондай ғәрәсәт ҡупҡан төндә юғалғайны бит. Һыйыр эҙләп кенә сыҡҡан ҡыҙ бала эҙһеҙ юҡ булды. Йылға буйында һыңар һырғаһы ғына килеп сыҡты. Әсәһе баламдың төҫө тип бетеү һымаҡ итеп түшендә йөрөттө. Хәҙер Йәмил уны семәрле ҡумтала ҡәҙерләп һаҡлай. Текләй торғас, ҡатындың әсәһенә шул тиклем оҡшауынабайланы. Был ҡатын әллә һеңлеһе Сәриәме?Әммә был хәлгә һис тә ышанырлыҡ түгел.Йәмил үҙенең уйын дөрөҫләргә теләнеме, үҙе лә аңламаны, семәрле ҡумтанан һыңар һырғаны алып ҡатынға тотторҙо. “Минең һырғам”, - тине ҡатын уйламағанда башҡортса. Шунан өйҙө тағы бер күҙҙән үткәргәс: “Әсәйем ҡайҙа?” - тип һораны.Йәмил һүҙ әйтерлек хәлдә түгел ине был мәлдә, ҡатынға текләп тороуын белде. Шунан телен саҡ ҡыбырлатып:“Һеңлем! Сәриә!” - тип өндәште. “Мин Сәриә,Сәриә! Мин өйҙә!”- тип ҡыуанып ҡысҡырҙы ҡатын ҡулдарын өҫкә күтәреп, өй уртаһына сығып өйөрөлә башланы. Йәмил уның сәйер ҡыланышын һүҙ әйтмәй генә күҙәтте. Сикәһе буйлап аҡҡан күҙ йәштәренә лә иғтибар итмәне. Өнһөҙ генә илай ине ул.“Сәриә һеңлем, мин Йәмил ағайың бит, танымайһыңмы мине”, - тине ипләп кенә. Иҙән уртаһында өйөрөлөп ниндәйҙер бейеү хәрәкәттәре яһап йөрөгән ҡатын шып туҡтаны ла:“Йәмил ағай”, - тип ҡысҡырып уның ҡосағына ташланды. Тышта ғына түгел, уларҙың йөрәгендә лә ғәрәсәт ҡупты. Бер иланылар, бер көлдөләр. Шулай күпме торғандарҙыр, Сәриә Йәмилдең ҡосағынан ысҡынып, йәшле күҙҙәрен ағаһына төбәне:
-Әсәйем,атайым ҡайҙа?
-Улар юҡ инде, Сәриә, иртәрәк киттеләр. Әсәйем һинең ҡайғыңды күтәрә алманы.
Сәриә тағы илай башланы. Йәмил уға бер килке ҡыҙғанып ҡарап торғас, һыуланған өҫ-башына иғтибар итте. Йүгереп барып һандыҡтан әсәһенең күлдәген алып бирҙе. Сәриә күлдәкте битенә терәне, әсәйемдең еҫе сыға тине. Йәмил тағы күҙ йәштәренәирек бирмәҫ өсөн аш-һыубүлмәһенә сығыу яғын ҡараны,ашығып сәй ҡуя башланы. Сәриә,көслө тетрәнеүҙәнме, ашарлыҡ хәлдә түгел ине. Тубығын ҡосаҡлап, өйҙө күҙәтеп ултырған еренән йоҡлап китте. Йәмил уны һаҡ ҡына карауатҡа алып барып һалды. Төнө буйы һеңлеһен һаҡлағандай уның янында ултырып сыҡты. Таңға ғына бер аҙ ял итәйем тип ятып торғайны, ойоп киткән. Уянып китһә, һеңлеһе урынында юҡ. Йәмилдең ҡото осто, тағы юғалдымыәллә. Йүгереп тышҡа сыҡты.Һеңлеһе өйҙөң бүрәнәһе ярығынан нимәнелер соҡоп алырға маташа. Яҡын килеп ҡараһа - балдаҡ. Ҡыҙыл ҡашлы. Сәриә ағаһына иғтибар итмәй:“Ята, урынында ята”, - тип шыбырлай. Уны йөрәгенә ҡыҫып бер аҙ торғас, кире урынына тығып ҡуйҙы. Был ниндәй балдаҡ, тип һорарға ҡыйманы Йәмил, теләһә һеңлеһе, моғайын, үҙе аңлатыр.
-Был балдаҡты миңә Усман биргәйне, - тине Сәриә оялғандай итеп.
-Усман? Ниндәй Усман? Теге һәр ваҡыт ҡармағын тотоп Һаҡмар буйынан ҡайтмаған Усманмы? - тип көлөп ебәрҙе Йәмил. Шунан көлөүенән туҡтап, һеңлеһенең бойоҡ йөҙөнә ҡараны. Шулай бәләкәй генә саҡтан араларында һөйөү булдымы икән ни? Ул Усман хәҙер ҡайҙа икән, күптән ауылда күренгәне юҡ.Әле унан көлөп торған Йәмил үҙен дә бәхетле тип әйтә алмай бит. Бәләкәй саҡта түгел, йәш сағында, әле өлкәнәйеп барғанда ла бер кемгә лә балдаҡ бүләк иткәне булманы.
“Әйҙә, һеңлем, өйгә инәйек. Һин урыныңда булмағас, тағы юғалғанһыңдыр тип ҡурҡтым. Әллә һин элеккесә самауыр ҡуйып ебәрәһеңме, мин һыйырымды көтөүгә ҡыуып ҡайтайым. Самауыр соланда ултыра”, - тине лә һарайға ыңғайланы. Һарайға инеп һыйырын күргәйне, бынан нисә йылдар элек булған, һыйыр эҙләп ғәйеп булған һеңлеһе юғалған көн күҙ алдына килеп баҫып, бағанаға һөйәлеп һулҡылдап илап ебәрҙе. Нисә йыл күңелендә йөрөгән һағыш тышҡа бәреп сыҡты. Ҡыҙы юғалыу ҡайғыһынан бөгөлөп төшкән әсәһе, бертөндә сәсе ағарған атаһы күҙ алдына килде.Ҡул һырты менән йәшен һөрткәндә,ундағы йөйгә төштө ҡарашы. Ул ямғыр аҫтында һеңлеһен эҙләп урман ситендә йүгереп йөрөгәндә, ағас ботағы һалған яра ул. Көслө ямғыр алдынан ғына һыҙлай. Йәмил илауынан шып туҡтаны. Ә бит кисә ул яраһы һыҙламаны. Бына донъяның хикмәте.Уйланып баҫҡан ерендә бер аҙ тапанып торҙо ла, һыйырын көтөүгә алып китте. Ашыҡмай ғына ҡайтты ул. Һеңлеһенең көтмәгәндә килеп сығыуы төрлө уйҙарға һалды. Ҡайҙа булған ул егерме йыл буйы? Башта үҙен тотоуы, ҡыланышы, һөйләшеүе, хатта кейеме лә бик сәйер күренә ине. Кемдән ҡасҡан? Бик ҡурҡҡан ине бит килеп ингәндә. Эйе, етди һөйләшеү көтә уларҙы. Һорауҙарына тиҙерәк яуап тапҡыһы килеү аҙымдарын ҡыҙыулатырға мәжбүр итте. Ҡайтыуына иһә самауыр ҡайнаған, Сәриә сәй ултыртып йөрөй. Ҡара-ҡаршы ултырып сәй эскәс, Йәмил һораулы ҡарашын һеңлеһенә төбәне.
-Ҡайҙа юғалдың тип һорайһыңмы ағай? Һөйләһәм ышанмаҫһың да, бәлки. Шулай ҙа һөйләйем инде тип ағаһына ҡараны.
- Мин һыйыр эҙләп йөрөгәндә, ҡапыл ямғыр башланды. Күк күкрәп ямғыр килгәнен күрҙем бит инде, нишләп улай алыҫ киттем икән өйҙән. Һыйыр бер ҡайҙа ла күренмәй. Йәшендән ҡурҡып ҡайтыу яғына йүгерҙем. Иҫләйһеңме, һарыҡ фермаһы эргәһендә трансформатор тора торғайны. Шуның эргәһенә еткәйнем генә,уға һуҙылған сымдарҙан ут сәсрәне. Мин ҡурҡып ҡолап киттем. Башҡа бер нәмә лә күрмәнем. Иҫемә килгәндә, алам-һолам ябынып бер һикелә ята инем. Эргәмдә ят кешеләр. Ир менән ҡатын, ике малай. таныш булмаған телдә һөйләшәләр, миңә ҡарап ниҙер һөйләйҙәр. Минең уянғанды күргәс, ҡатын йылмайып һыу алып килде. Һыуҙары тәмһеҙ, эсеп ебәрҙем дә төкөрҙөм. Улар аптырап миңә ҡараны. Мин бер килке иҫәңгерәп ята торғас, әсәй, тип илап ебәрҙем. Ҡатын яныма килеп сәсемдән һыйпап йыуатырға маташты. Илап туйғас, тирә-яғыма күҙ һалдым. Таҡтанан улай ҡоршап, былай ҡоршап эшләнгән аласыҡ һымағыраҡ ерҙә ята инем мин. Ҡайҙа килеп эләккәнемде аңлай алмай, төштөр был тип яңынан күҙҙәремде йомдом. Берауыҡ ята биргәс, ипләп кенә бер күҙемде ҡыҫып ҡараным, үҙгәреш юҡ. Шул уҡ сәйер кейемле кешеләр. Таҡта аласыҡ.Аласыҡ эсе бик ярлы,һикеләр теҙелгән, уларға киндер тоҡтарға оҡшаған түшәктәр түшәлгән. Балаҫ, ҡорама юрған түшәп ҡуйылған урындыҡ күренмәй бында. Уртала ашъяулыҡһыҙ өҫтәл. Шунда келт итеп әхирәтем Нәсимә һөйләгән хәбәр иҫкә төштө. Күрше ауылға сегәндәр килгән, улар ауылдар буйлап йөрөп әйбер һаталар, кеше әйберен урлап китергә лә тартынмайҙар. Былар мин йәшендән ҡурҡып ҡолаған саҡта табып алып урлағандар икән, ҡасыр кәрәк, тип уйланым да, ҡапыл тороп асыҡ ишектән тышҡа атылдым. Сығыуым булды, ныҡ яҡтырып торған бернәмәнән күҙем сағылып ҡолап киттем. Аласыҡтан ир йүгереп сығып мине күтәреп яңынан һикегә алып барып һалды. Шунаннимәлер тип һөйләнә башланы. Мин тағы иларға керештем. Илап ята торғас, йоҡлап киткәнмен. Ҡағылғанға уянып китһәм, мине ашарға саҡыралар икән. Тышта ҡараңғы. Малайҙың береһе тимер сеүәтә менән алдыма бутҡаға оҡшаған нәмә алып килеп ултыртты. Мин һыуһағайным, ымлап эсергә һораным. Тимер көрөшкә менән баяғы тәмһеҙ һыуҙы бирҙеләр.Бутҡаны ашай алманым. Ниндәйҙер үләндән бешерелгән инеул, еҫенән үк күңелем болғанды. Хужалар ашап бөткәс, ҡатын яныма килеп ултырҙы, үҙенә төртөп күрһәтеп Кара тине, шунан бармағын миңә төбәне. Һин кем тип һорауын аңланым да Сәриә тинем. Ул бер нисә тапҡыр һораны ла, шунан Сара тине миңә төртөп. Иргә төртөп Кула, тине. Малайҙарҙың исемен аҙаҡ ҡына иҫләнем. Каби менән Саби. Кәбир менән Сабир тип йөрөттөм мин уларҙы аҙаҡ,- тип көлдө Сәриә. - Ҡараңғы булһа ла ишектән башымды тығып ҡараным. Төрлө ерҙә усаҡ яғылған. Усаҡ яҡтыһында мин торған аласыҡҡа оҡшаған нәмәләр күп ине. Иртәнсәк уянһам, бер кем дә юҡ, эргәмдә борсаҡ бутҡаһы менән сәйгә оҡшаған шыйыҡса ултыра. Бутҡа ашарлыҡ ине бөгөн. Ашап алғас, тышҡа сығып тирә-яҡты күҙәтергә булдым. Көн болотлораҡ ине. Алыҫта тау башында ултырған быяла һарайҙы күреп иҫем китте. Кисә бына нимәнән күҙем сағылған икән. Быяла ҡояшҡа ялтырапкүҙҙе сағылдырған. Үҙе бик матур, ҙур һәм бейек. Ҡояшҡа төрлө төҫкә инеп ялтырай. Тирә-яҡта таҡтанан эшләнгән өйҙәр. Ҙур ғына ауылға оҡшаған, тик бик ярлы, элекке заманды хәтерләтә. Элекке заман тиһәм, өҫтөмдән самолетҡа оҡшаған бер нәмә осоп үтте. Ҡайҙа килеп эләккәнемде бер нисек тә аңлай алманым. Ниндәйҙер беҙҙекенә оҡшамаған икенсе донъя. Тағы быяла һарайға ҡараным, ул яҡҡа бик күп кеше ағыла ине. Оҙаҡ ҡарап тороуҙан башым әйләнеп китте. Иҫемә килгәндә һикелә ята инем, кемдер эскә индереп һалған. Шулай бер айҙай дауам иткәндер, хужалар миңә ашарға ҡалдырып сығып китәләр ҙә, кискә генә ҡайталар. Эшкә йөрөйҙәр, нимә эшләйҙәрҙер, уныһы билдәһеҙ. Мин күберәк яттым, илайым, әсәйҙе уйлайым. Унан оҙаҡ итеп баяғы быяла һарайға ҡарап ултырам. Миңә нишләптер ҡотолоу юлы шундалыр кеүек тойола. Нисек унда эләгергә икән, тип баш ватам. Оҙаҡ ҡарауҙанмы, йүнләп ашамағанғамы башым әйләнә. Һаман булһа уларҙың аҙығына күнегә алмайым. Яйлап телдәренә төшөнә башланым. Бер көн Кәбир миңә ялтыр быяла алып ҡайтты ла йәшер тине. Икенсе ваҡыт Сабир ҙа алып ҡайтты. Тик уны әсәһе күреп ҡалып ныҡ ҡына әрләне. Эштән ул быяланы алып ҡайтырға ярамай икән. Әҙерәк йәшәгәс, шуны аңланым, бындағы бар халыҡ шахтала эшләй. Быяла таш сығаралар. Эш хаҡына аҡса түгел, аҙыҡ-түлек, кейем бирәләр. Теләгәнсә алырға мөмкин. Миңә хәл ингәс, эшкә алып киттеләр. Көн эҫе.Киндер кейем, аяҡта сандали. Эшләгән ергә килеп еттек. Ағай, мине бер мәл Сибай карьерына алып барғайның бит, шуның һымаҡ ер, тик улай ҙур, тәрән түгел. Ирҙәр кәйлә менән быялаға оҡшаған таштарҙы сығара. Ҡатын-ҡыҙ, бала-саға уны вагонеткаға тейәй. Улар тулғас, рельстарҙан шылып быяланан эшләнгән башня яғына ҡуҙғала, шунан тау тишегенә инеп китә. Тәүтормош кешеләре тиһәң, поезд йөрөрлөк рельстар, самолеттар бар. Алға киткән тип әйтеп булмай, халыҡ бик хәйерсе йәшәй. “Ниндәй ил был, ҡайҙа килеп эләктем? Ҡайҙа минең тыуған йортом? Ҡайҙа рәхәтләнеп һыу ингән Һаҡмарым, ҡайҙа йәшел урмандарым?”- тип илайым. Бында бит тирә-яҡта ағаслыҡ та күренмәй, тауҙар ғына. Аҙаҡ телдәрен аңлай башлағас, һеҙ ҡолдармы тип һораным. Юҡ беҙ ирекле тиҙәр. Ирекле кешеләр бындай шарттарҙа йәшәмәй. Беҙҙең торор еребеҙ, һулар һауабыҙ, эшебеҙ, ашар ризығыбыҙ бар тиҙәр. Иң ҡурҡҡандары ниндәйҙер ғәйебең өсөн йәшәгән ереңдән ҡыуылыу. Унда кешенең бар нәмәһен алып ҡалып, ҡола яланға сығарып ебәрәләр, тере ҡалыуың бик икеле.
Яйлап шахта эшенә күнегә төштөм. Эштән ҡурҡмайым да инде, аҡһөйәк итеп үҫтермәне бит әсәйем. Тик һеҙҙе һағыныуым, тәмле эсер һыу булмау үҙәктәрҙе өҙә ине.
Эштән һуң кистәрен һәрғаилә өйө алдына усаҡ яғып, ял итәләр. Шундай көндәрҙең береһендә эргәмә күрше малай килде. Ул ҡайһы яғы менәндер башҡортҡа оҡшаған ине: “Һин кем?” - тинем үҙем дә һиҙмәҫтән башҡортса. Ул йылмайып нимәлер өндәште. “Мин күрше, - тигән икән. - Һине беләм, яңы туғандарың башня яғынан табып алып ҡайтты. Улкөндө улар сират буйынса вагонеткаларҙы оҙатып барған ине. Юғалған ҡыҙыбыҙ тинеләр һаҡсыларға, сөнки күптән түгел уларҙың һинең һымаҡ йәштә ҡыҙҙары юғалғайны.
- Мине һаҡсылар табып алһа нимә булыр ине? - тип һораным.
-Унда һине башняға алып киттерҙәр ине.
-Бәлки, унда йәшәү һәйбәтерәктер. Кемдәр йәшәй унда?
-Унда бик бөйөк кешеләр ултыра. Улар төрлө һынауҙар үткәрә, ғалимдар.
-Беҙ сығарған ташты улар нимә эшләй?
-Башняның беренсе ҡатында оҫталар эшләй. Улар беҙ сығарған таштарҙы тигеҙләйҙәр, матурлайҙар. Эшкәртелгән таштар менән төрлө һынау үткәрәләр, төҙөлөш эштәренә ҡулланалар. Был ябай быяла түгел. Таҙартылған таштар бик матур,күрмәйһеңме ни улар ҡояшта төрлө төҫкә инеп ялтырай. Оҫталар ул таштарҙан бик матур әйберҙәр эшләй тиҙәр. Тик ул эшкәртелгән ташты алырға ярамай, уның өсөн ҡаты яза бирәләр.
-Мин башняның эсенә инеп, ундағы матурлыҡты алыҫтан түгел, яҡындан ҡарағымкилә.
-Ул турала уйларға ла ярамай. Унда ябай кешеләрҙе индермәйҙәр. -Мин бер ҡасан унда барыбер инәсәкмен.
Шулай үҙемә яңы дуҫ таптым. Күрше малай, исеме Абид. Минеңсә ул Ғәбиткә әйләнде. Ул минең серҙәшем, терәгембулды.
Бер-береһенә оҡшаған көндәрүтә торҙо.Башня ултырған бейек тауҙан, бәлки, беҙҙең ауыл күренәлер, тип бер нисә тапҡыр эргәһенә барҙым. Тик һәр ваҡыт һаҡсылар ҡыуып ебәрә ине. Бер тапҡыр улар мине быяла һарайға алып инде.
Унда бөтә нәмә быяланан, ишектәр ҙә быяла ине. Бер бүлмәлә мине оҙаҡ ҡына тотҡандан һуң ҡайҙалыр алып киттеләр. Юлда барғанда тотҡондарҙың вагонетка бушатыуын күрҙем. Уларҙы уратып һаҡсылар тора. Ҡатындар ҙа бар ине араларында. Мине ҙур, яҡты бүлмәгә аҡ сәсле бабай эргәһенә индерҙеләр. Күҙҙәренә иғтибар итеп өлгөрҙөм, зәңгәр күк һымаҡ ине. Бүлмәлә быяланан эшләнгән вазалар, шкатулкалар, тағы ниндәйҙер иҫ киткес матур әйберҙәрҙе күреп һушым китте. Минән һорау алырға тотондолар. Тик мин һарайҙы күрепәллә ныҡ тәьҫирләнеүҙән, әллә ҡурҡыуҙан бер һүҙ әйтә алмай уларға текләп тик торҙом. Шунан былар мине аңра тип уйланымы, сығарып ауылға тиклем оҙатып ҡуйҙылар. Ҡабат башня яғына барманым.
Ауыр саҡтарҙа Абидҡа - Ғәбитем янына йүгерҙем. Ул нисектер йыуатыр һүҙҙәр таба ине. Ҡай сай мин уға үҙебеҙҙең бындағы тормош тураһында һөйләйем. Абид һин хыялый, тип көлә торғайны. Аралағы дуҫлыҡ яйлап мөхәббәткә әйләнде. Беҙ өйләнештек. Балаларыбыҙ тыуҙы. Ошо урында Сәриә түҙмәне илап ебәрҙе. Эре күҙ йәштәре бите буйлап тәгәрәп сәйенә тамды. “Эй үҙ өйөмдөң әсе күҙ йәштәре тамған сәйе лә тәмле”, - тип йылмайҙысәйен уртлап.Шунан ҡапыл: “Ағай, һеҙ мине эҙләнегеҙме?” - тип һораны. “Эҙләмәгән ҡайҙа!” - тип әйтергә теләгәйне лә Йәмил, тик ҡапыл күңеле тулып, тамағына төйөр ултырҙы.Бер һүҙ әйтә алмай башын ғына ҡаҡты. Ул фажиғәле көн сәғәте, минуты менән тигәндәй күҙ алдынан үтте. Уларҙың ни кисергәнен бындай хәлде башынан үткәргән кешеләр генә аңлай торғандыр. Әсәһе хыялый була яҙҙы инде. Таба алмаһалар, һеңлеһе юғалған ерҙә була торғайны. Һыуға төшкәндәй юҡ булды шул туғаны.
Шулай күңелдәре тулышып, бер һүҙ әйтә алмай бер-береһенә ҡарашып ултырғанда, тыштан:“Йәмил, Йәмил!”- тигән сәрелдәк тауыш ишетелде. Сәриә тертләп китте. “Кем ул?” - тип һораны. “Эй күрше Әҙилә апай килгән. Ваҡытһыҙ йөрөй”, - тип өҫтәне. “Әҙилә? Иҫләмәйемсе мин уны”. “Яңыраҡ күсеп килделәр, улы менән йәшәй.” Ул арала күрше апай өйгә килеп тә инде:“Йәмил, кисә йәшен ваҡытында көслө елгә ҡапҡам ҡоланы, йүнәтеп бир әле”, - тип ҡысҡырып һөйләй ҙә башланы ишектән үк. Шунан Сәриәне күреп ҡалып:“Был кем?”- тине тағы сәрелдәп. Нишләп улай ҡысҡырып, сәрелдәп һөйләй икән, тип Сәриә уға аптырап ҡарап ултырҙы. “Был минең һеңлем, Үзбәкстандан ҡунаҡҡа ҡайтты”, - тине Йәмил. Нишләп Үзбәкстан тине үҙе лә аңламаны. “Ҡасан бараң йүнәтергә”, - тине апай. Хәҙер бара алмайым, һуңғараҡ тигәйне, борҡоп үсегеп китте. Ҡулын болғап:“Миңә тигәндә һеҙҙең гел шулай, бына мин үлһәм”, - тип һөйләнә башлағайны, Йәмил көймә бушҡа апай, хәҙер барырмын тигәс, ҡапыл тынысланып:“Ярай-ярай”, - тип сығып китте.
Йәмил күршеләрҙән тиҙ үк әйләнеп ҡайтты ла, һеңлеһенә әйҙә Һаҡмар буйына төшәйек тине. Улар инде һайығайған, үҙҙәре бала саҡта һыу инергә яратҡан урынға килеп ултырҙылар. Кинәнеп тыуған ер һауаһын һулап, тирә-яҡҡа моңһоу ҡарашын ташлап, Сәриә эй минең балаларым, ирем дә күрһен ине ошо матурлыҡты, тип уйланы.
Йәмил дә шул турала уйлап ултырған, күрәһең:
- Сәриә ирең,балаларың тураһында һөйлә әле, -тине.
- Ирем башняла эшләне. Ҡулы оҫта булғас, шахтала табылған таштарҙы эшкәртеү цехына алдылар уны. Улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ағай, ҡыҙым шул тиклем әсәйемә оҡшаған, улым атаһына тартҡан. Бер көн Абидым өйгә ҡайтманы. Ул ҡайтмағас, эҙләп башняға килдем. Уға яҡынайыу менән мине тотоп алдылар. Нишләп эштән ҡасып йөрөйһең, тип хужаларына алып килделәр.Бүлмәлә бер нисә кеше бар ине. Хужа тигәндәре шикләнеп кенә ҡарап:
- Нишләп был тирәлә йөрөйһең? - тине.
-Иремде эҙләп килдем, - тием.
-Һин ниндәй ҡыйыуһың, - ти. - Бында берәү ҙә яҡын килергә ҡыймай.
-Ә мин килдем, ҡайҙа минең ирем? Ул ошонда һарай эсендә эшләй, -тинем.
Бабай эргәһендәгеләр менән һөйләшеп алды ла, ирең кем, тип һораны. Исемен әйткәс, уны табып килтерергә ҡушты. Абид мине күреп ҡурҡып китте.
-Сара, һин нишләпбында,- тип мине ҡосаҡлап алды.
-Һине эҙләп килдем. Нишләп ҡайтманың?
-Ул башҡа ҡайтмаясаҡ, - тине өлкәндәре.
-Нишләп?
-Мин яңылыш бик ҡиммәтле әйберҙе төшөрөп ебәреп ярҙым, шуға мине бикләп ҡуйҙылар.
-Үҙем дә һиҙмәҫтән һеҙгә таш йәлме, ана бит тулып ята, - тип ҡысҡырҙым.
-Бында тауыш күтәрергә нисек баҙнат итәң, бикләгеҙ икеһен дә,- тип ҡысҡырҙы өлкәндәре.
Һаҡсылар ҡулды ҡайырып тотоп алды.
-Юҡ теймәгеҙ, ни эшләйһегеҙ, минең балаларым ҡалды унда.
-Бикләмәгеҙ, ауыр эшкә ҡушығыҙ бындай әрһеҙ ҡатынды.
-Бала саҡта ла ҡыйыу инең, сит ерҙә лә шулай булып ҡалғанһың икән Сәриә, - тип һүҙ ҡыҫтырҙы Йәмил ағаһы.
-Эй ҡуй инде. Унда минең балаларым ҡалды, ебәрегеҙ мине, - тип ялбарыуым бушҡа булды. Улар кеше ҡайғыһын аңлай торған зат түгел. Һарай эсенә инә алмай аптырай инең, бына ҡара инде һарайҙы тип үҙемде әрләйем. Мин ғәйепле барына тип ирем өҙгөләнә. “Балаларҙы, моғайын, Кара алыр”, - тип йыуатҡан булаүҙе мине.Ярай Абидымдан айырманылар. Шахтанан килгән вагонеткаларҙы бушатҡан ергә эшкә ебәрҙеләр. Килеп эләккәс тә башҡа тотҡондарҙан нисек ҡасырға була тип һораным. Бынан бер нисек тәҡасып булмай, тинеләр. Юҡ, мин сығасаҡмын. Һеҙҙең һымаҡ бөтәһенә баш эйеп түҙергә теләмәйем, тип уйланым. Ирем менән ҡасыу юлын эҙләй башланыҡ. Минең балалар өсөн өҙгөләнеүемде күреп, Абид хужалары менән осрашыуҙы һораны. Әммә уны борсоғаны өсөн иремде бер нисә көнгә айырым бүлмәгә бикләп ҡуйҙылар. Бер көн шулай вагонеткаларҙы бушатҡанда башҡа ҡыйыу уй килде. Уларҙы бушатҡас бит кире тышҡа сығаралар. Кеше күрмәгәндә унда төшөп ятырға... Тик нисек һиҙҙермәй һаҡсылар эргәһенән үтергә?Берәй нисек уларҙың иғтибарын икенсе нәмәгә юнәлтергә кәрәк. Бының өсөн беҙгә ҡасырға ярҙам иткән дуҫтар табырға ине. Иремдең яҡшы таныштары килеп сығып, беҙгә ярҙам итергә булдылар. Бер көн вагонеткаларҙы бушатып бөтөп, улар тау тишегенән сыға башлағанда, шау-шыу ҡупты. Тотҡондар һуғышып китте. Беҙ шул мәлдән файҙаланып, вагонеткаға һикерҙек. Сығып еткәс, унан һикереп төшөп ҡалырға кәрәк ине. Алыҫыраҡ киткәнбеҙ,вагонеткалар таш сығарған шахтаға етеп бара.Һикереп сығып, ситкә ҡасып өлгөрмәнек,шахталағы һаҡсылар күреп ҡалып, баҫтыра башланы. Хатта ут астылар, ирем үҙе менән мине ҡапланы, ҡас тине ул. Һаҡсылар уға тотҡарланғансы мин ары йүгерҙем.Баш осомда нимәлер ялт-йолт итте, ут сәсрәне, бер нәмәгә иғтибар итмәй йүгерҙем дә йүгерҙем. Нисек үҙебеҙҙең яҡҡа килеп сыҡҡанды ла һиҙмәнем!Бына мөғжизә!Аяҡтарым үҙенән-үҙе өйөбөҙгә алып килгән икән. Сәриә һөйләүҙән туҡтап илап ебәрҙе. “Минең ирем... Уны үлтерҙеләр... Ә балаларым!? Улар минһеҙ нишләр?”
Дауамы бар.