-Иртә менән тороп аяҡҡа баҫтың, унан һуң йөрөп киттеңме?Һөйөн - донъяла күпме кеше:"Эх, бер генә тороп баҫырға ине лә, йөрөп китергә ине!" - тип хыялланып ята…Тәҙрәләрҙән донъяның матурлығын: аҡ бәҫкә төрөнгән ағастарҙы, сәскәгә күмелгән хозурлыҡты, күктең зәңгәрлеген, нурлы ҡояшты күрҙеңме?-Тағын һөйөн: донъяла көн яҡтылығын күрә алмаусы һуҡырҙар күпме?!Ҡәҙерле кешеңдең наҙлы тауышын, яратҡан көйөңдө, ел һыҙғырыуын, табала ҡоймаҡ шыжлауын ишетеп кинәндеңме?-Һөйөнөр өсөн тағы бер сәбәп:был донъяла күпме кеше ишетмәй … Һөйләшә алаһыңмы?-Һөйөн:бынан мәхрүм булғандар ҙа күп!..Яҡты, матур өйөгөҙ бармы?-Һеҙ бик бай! Донъяла йорт -ерһеҙ зарығып йөрөүселәр күпме?!Табын янына ултырып икмәк, тәмле, татлы ризыҡтар менән һыйландыңмы?..-Аллаһҡа шөкөр итәйек: Ер йөҙөндә ас халыҡтар бик күп!..Беҙгә яп-ябай тойолған һыуға ла шөкөр итә белеү кәрәк. Һыуға туймаусы илдәр, халыҡтар күпме?!Яҙылғандарҙы уҡып сыҡтығыҙмы?—Тағы бер һөйөн: донъяла уҡый-яҙа белмәүселәр ҙә бик күп!Бәхет ул - Аллаһы Тәғәлә биргән