Республикала аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендә етештереү һиҙелерлек артты. Һуңғы биш йылда аҙыҡ-түлек етештереү – 29 процентҡа, ә эсемлектәр етештереү 12 процентҡа артты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика вице-премьеры – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов ошо хаҡта хәбәр итте. – 2024 йылда предприятиелар 117 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек һатҡан. Бөтә төп позициялар буйынса тиерлек аҙыҡ-түлек етештереү күләменең артыуын күҙәтәбеҙ, – тип һөйләне Илшат Фәзрахманов. Ит һәм ит ярымфабрикаттары, ярма, үҫемлек майҙары, шәкәр һәм сырҙар, шулай уҡ алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү иң ҙур үҫеш күрһәткестәрен күрһәткән. Аҙыҡ-түлек продукцияһын етештереү күләменең артыуына тармаҡҡа дәүләт ярҙамы саралары булышлыҡ итте. Атап әйткәндә, 2022 йылдан Башҡортостанда Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү концепцияһы ғәмәлгә ашырыла, уның буйынса аҙыҡ-түлек етештереүселәргә яңы ҡорамал һәм техника һатып алыуға сығымдарҙың 4